Уңыш бик кәрәк Әнисәгә! Бөтә ыңғай ғына килеп сыҡһын, тип ысын күңелдән үҙенә ҙур уңыштар теләй. Хәйерселек, етешһеҙлек үҙәгенә үткән уның, шуға ла ошонда аҡсалы яҡшы эшкә урынлашып, байырға, етеш тормошта йәшәргә иҫәбе бик ҙур.
Кәрәкле адресты тиҙ тапты. Тик төҙөлөш идаралығында иҙән йыуыусынан башҡа бер әҙәм дә юҡ ине. Ҡолаҡҡа ҡатыраҡ ҡатын фанера сумаҙанын ике ҡуллап тотҡан Әнисәгә аптырап ҡарап:
– Иртәнсәк килерһең, бөтәһе лә ҡайтып бөттө, - тигәс, ҡыҙ саҡ иламаны:
– Апай, ҡайҙа барайым икән, минең бит бында бер кемем дә юҡ...
– Ҡунаҡханаға бар һуң.
Әнисәнең түшлегендә ҡулъяулыҡҡа төрөп йәшерелгән биш һәм өс һумлыҡ ике ҡағыҙ аҡсаһы бар ҙа, кеҫәһендә бер һумлыҡ менән нисәлер тин ята. Башҡа аҡсаһы юҡлығын иҫләп, ҡыҙ ирендәрен тешләне. Әсәһе менән бергә ултырып, бер айға күпме аҡса кәрәклеген яҡынса сырамытып, бөтә сығымды ла иҫәпләгәндә ҡунаҡхананы баштарына ла индермәнеләр шул.
– Яҙ-яҙ, иренмә, – һигеҙенсе балаһы буш имсәген йоҡо аралаш тылҡыған арала әсә ҡап-ҡара ғына нәҙек сирыш бармағын дәфтәр битенә төртөп, Әнисәнең яҙғанын иғтибарлап тикшереп ултырҙы, – ҡара икмәк 16 тин тора, бер буханка һиңә, артыҡ мулламаһаң, өс көнгә етәсәк, тимәк, икмәккә бер айға 1 һум 60 тин китә; сәйҙе лә үтә ҡаты итеп эсмә, 82 тингә бер ҡап грузин сәйен алырһың; шәкәрҙең килаһы һиңә артығы менән етәсәк, ызнашит, 78 тин шуға кәрәк; 1 һум 10 тингә ун кила картуф килә, илле тингә ярты кила һуған...
Әйләнгән һайын ауырға ҡалып, бала тапҡан, ауыл ҡатынының ауыр тормошонан үтә йонсоған әсә һәр тинде тәфсирләп һанап-һанап, иң өлкән ҡыҙы Әнисәгә ун һум аҡса бүлде:
– Ыштубы ла аҡсаңа һаҡ бул, алаҡанлап, юғалтып ҡуйма! Тырышып эшлә, ишетһен ҡолағың! Беҙ һиңә ярҙам итә алмаҫбыҙ, үҙең дә аңлап тораһың... Тәүге әҙере нисек тә түҙһәң, артабан еңелерәк булыр.
Ошо фатихала таң менән оҙон юлға сыҡҡас, төшкөлөккә Әнисә бүре башын ашарҙай булып асыҡты. Поездан төшөп ҡалғас та, буфетҡа инде. Бәләкәйенән әсәһе менән икәүләшеп ултырып, гел дә аҡса иҫәпләп өйрәнгәс, шул ғәҙәте буйынса хаҡтарға күҙ йөрөтөп сыҡты тәүҙә, шунан 5-әр тингә повидлолы ике бөйөрөк, винегрет алды. Сәй 3 тин тора ине, ә компот – 4 тин. Әсәһе уны, аҡсаны муллама, тип тыҡып-тыҡып оҙатҡас, йәш ҡыҙ байтаҡ ҡына үҙенең нәфсеһе менән көрәшеп, компоттар теҙелгән батмусҡа ҡарамаҫҡа тырышып торҙо. Ахырҙа, был алышта еңелеп, бер тингә ҡиммәтерәк компотты алды. Татлы эсемлек эсеп туйғыһыҙ тәмле ине! Буфетсы ҡатын матур итеп йылмайып:
– Лимонад та алығыҙ, - тип алдына шешәне этәргәс, Әнисә ҡыҙып, эй, ярай ҙа, 10 ғына тин тора лаһа, тип, әсәһе әйтмешләй, аҡсаның “шутын” онотоп ебәрҙе. Лимонадты кинәнеп сумаҙанына, кейем-һалымы араһына тыҡты: “Аҙаҡ, һыуһағас, эсермен!” Шунан, эй, “гуләйт тәк гуләйт” тип шашып, туңдырма ла алып ашаны. Буфеттан тамағы туйып, йөҙө ҡояштан былайыраҡ балҡып килеп сыҡһа ла, күп тә үтмәй, аҡсаны буйтым туҙҙырып ташлағанына үкенеп, күңелен үкенес ҡорто кимерергә тотондо. Лимонадты кире индереп бирһәм, алырҙармы, аҡсаһын кире ҡайтарырҙармы икән, минән көлмәҫтәрме икән, тип ҡалайтырға белмәй, ыҙалап бөттө. Шунан тимер юлы вокзалы янында тапанып тороп-тороп, күҙен йомдо ла, лимонадты кире индереп, прилавкаға ҡуйҙы. Буфетсының ҡып-ҡыҙыл ирендәренең кәмһетеүле ҡымтылғанына иғтибар итмәҫкә тырышып, бер тында әйтеп һалды:
– Аҡсамды кире бирегеҙ!
Буфетсы бер һүҙ өндәшмәй, башын ситкә бороп, ике биш тинлекте ырғытты.
Аҡсаһын алғас, Әнисәнең күңеленә йылы йүгерҙе.
Бынан ары тамағыңды тый, былайтып аҡсаны сарыфлай башлаһаң, аҙаҡ нимәгә йәшәрһең, тип ҡалған юлда үҙен-үҙе тәрбиәләп, нығытып килгәйне. Ә хәҙер бында ҡунаҡхананан башҡа барыр урын юҡ, тиҙәр.
– Унда хаҡтар зерә ҡыйбаттыр әле, – тигәс, йыйыштырыусы ҡатын ҡулдарын йәйҙе:
– Әллә тағын...
...Шул саҡта Әнисәнең бәхетенән тағы бер ҡатын килеп инә. Ҡарауылсы булып эшләгән Иркәбикә исемле ҡатын Әнисәне күреү менән, күптәнге танышын осратҡандай, киң йылмайып:
– Ҡалай ғына ҡупшы ҡыҙыҡай! – ти.
Уның йүнәлтмә буйынса эшкә килгән геодезист булыуын, әлеге мәлдә ҡайҙа барырға белмәй аптыранғанын белгәс, Иркәбикә Әнисәнең фанера сумаҙанына йәбешә:
– Бер ҙә ҡайғырма, ҡупшыҡай, әйҙә, беҙгә! “Ятаҡ” тип уйлама ла, үҙемдә йәшәрһең! Торлаҡ өсөн аҡса алмам, арлы-бирле иҙән йыуышһаң – шул булыр хаҡ.
Ана шулайтып Әнисә Иркәбикәләрҙең өйөнә барып керә һәм... килен булып тороп ҡала. Дүрт ир бала үҫтергән Иркәбикәнең өсөнсө улы Мотаһарға кейәүгә сығып, ҡәйнәһе менән сутылдашып ҡына татыу йәшәйҙәр. Тиҙҙән тиндәрҙе иҫәпләүҙең, осто-осҡа ялғауҙың ни икәнен тамам онота Әнисә. Үҙе лә яҡшы эш хаҡын ала, ире лә емертеп эшләй, баҡсала ҡутарып йәшелсә, емеш-еләк үҫтереп, барыһын да эш итәләр, иш янына ҡуш була. Юҡты бар иткән, һәр ҡул эшенә маһир ҡәйнәһе лә – йомарт, мул ҡуллы кеше – бер нәмәһен дә йәлләмәй, тапҡан-таянғанын балаларына тигеҙ бүлә, дүрт киленен дә ҡыҙҙары кеүек яҡын күрә. Тик ситтә йәшәгән өс улының да ғаиләһе йылдан-йыл тигәндәй ишәйһә, Әнисә менән Мотаһар ғына оҙаҡ йылдар ата-әсәй булыу бәхетенә ирешә алмай. Иркәбикә киленен им-томсоларға эс һылатырға ла йөрөтөп ҡарай, ләкин бөтәһе лә бушҡа...
Ахырҙа өмөттәре өҙөлөп, балалар йортонан үҙе кеүек зәңгәр күҙле Айгизә исемле ҡыҙҙы алырға йыйыналар. Инде документтарҙы әҙерләп бөттөк, тигәндә, Әнисәнең йөклө булыуы асыҡлана. Ҡыуаныстары эсенә һыймай, улар сит баланан баш тарта. Һәм ерҙән атлап түгел, осоп йөрөгән Әнисәнең ҡапыл, һис бер сәбәпһеҙ, ауыры төшә. Мотаһар: “Был етем баланы рәнйеткәнебеҙ өсөн”, – тип үртәлә...
Айгизәне яңынан ҡыҙлыҡҡа алыу ниәте менән балалар йортона барһалар, һуңлайҙар – уны икенселәр алған була. “Башҡа балаларҙы ла ҡарағыҙ”, – тиһәләр ҙә, Әнисә бер юлы ике балаһын юғалтҡандай әрнеп, ауырып аяҡтан йығыла. Дауахананан һуң шифаханала ла имләнеп, саҡ кеше рәтенә инә, эшкә әүрәй.
Икенсе йылына ҡәҙерле Мотаһары менән бергә Ҡара диңгеҙ буйына барып ял итеү икеһенә лә уғата килешә – туғыҙ айҙан Йәҙгәр улдары тыуа! Һаҡланыуҙа ғына ятып, табып ала балаҡайын Әнисә. “Йөрәгем минең” тип кенә өндәшә әсә улыҡайына, уны һөйөп туя алмай. Мотаһар өсөн иһә Йәҙгәр йәшәү мәғәнәһенә әйләнә. Иркәбикә лә зарығып көтөп алған ейәне өсөн өлтөрәп тора. Бар яҡлап һөйөү менән уратылып, иғтибарға сорналып, ҡурсалауҙа ғына үҫһә лә, Йәҙгәр иркә булмай. Иртә ҡул араһына инеп, атаһынан бер тотам ҡалмай йөрөгән эшһөйәр, ярҙамсыл, яғымлы ир баланы яҡындары ғына түгел, бөтә күрше-күлән дә ярата. Ҡыҙҙар үҫтергән ата-әсәләр: “Их, Йәҙгәр, беҙгә генә кейәү булһаң ярар ине!” – тип йыш ҡына үҫмерҙе оялта ла.
– Шундай ипле, матур ҡыҙҙар күп булды күрше-тирәлә, ә Йәҙгәр армиянан ауырлы кәләш алып ҡайтты ла ҡуйҙы, - тип һөйләй Әнисә апай, ауыр уфтанып. – Уларға фатир бүләк иттек. Их, кәләшенән уңманы улыбыҙ. Бик көйәҙ, боҙоҡ холоҡло, ялҡау ине килен. Килеп тороп ғауғасыл, беҙҙең менән талашып бөттө, Йәҙгәрҙең мейеһен серетте. Эсе танауына етһә лә, тәмәке тартыуын ташламаны, кәйеф-сафа ҡорорға яратты. Ейәнебеҙ сибек кенә булып тыуҙы, йыш ауырыны. Килен баланы үҙе ҡарамай, кеше ялланы, туҡтауһыҙ аҡса таптырҙы, аппетиты үҫкәндән-үҫте. Улым ике эштә эшләп тә, уға аҡса еткерә алмай ыҙаланы. Йәҙгәрҙең йоҡоһо туймай, ябығып китте, ҡаҡ һөйәккә ҡалды, ҡобараһы осто. Һәм мин бер көндө, улымды йәлләп, әллә икәүләп ситкә эшкә сығып китәйекме, тип тәҡдим иттем...
Мотаһар ҡаршы булһа ла, беҙ Камчаткаға эшкә сығып киттек. Ярҙа урынлашҡан балыҡ эшкәртеү заводына. Йәҙгәр ҡабул итеү бункерында эшләне, мин – эшкәртелгән балыҡты йыуыу өҫтәлендә. Эш бысраҡ, ауыр. Эш хаҡы ла вәғәҙә ителгәндән күпкә кәмерәк. Мин һыуыҡ тейҙереп, быуындарым шешеп, ҡайттым да башҡа барманым. Күпмелер ваҡыттан һуң Йәҙгәрҙән хат алдыҡ. Балыҡ тотоу траулерына эшкә урынлаша алдым, биш айға диңгеҙгә сығабыҙ, тип яҙғайны. Башҡа хат-хәбәре булманы, улыбыҙ зым-зыя юғалды... Мотаһар ике тапҡыр Камчаткаға барып, улыбыҙҙың эҙенә төшөргә маташып ҡараны, әммә булманы. Бер кем дә белмәй ҙә, күрмәгән дә... Мотаһарға унда бер ир һөйләгән: карапта “швартовы”ны, йәғни махсус канаттарҙы, брашпиль тигән нәмәгә нығытыу - иң ҡурҡыныс эштәрҙең береһе, шул боҙ ҡатҡан канаттар ҡай ваҡыт ысҡынып китеп, матростарҙы йыға һуға, имгәтеп тә ҡуя, боҙло һыуға ла бәреп төшөрөүе ихтимал, тип... Балаҡайыбыҙ ҙа шулайтып әрәм булдымы икән, тип илауым... Ҡайғынан инсульт һуҡты. Ярай ҙа мине ҡотҡарып өлгөрҙөләр, бөтөнләй кеше көнлө түгелмен. Ә ҡара янған, эстән генә һынған Мотаһарымдың, инфаркт булып, ғүмере өҙөлдө... Был ҡайғыларҙы күтәрә алмай, ҡәйнәм дә китеп барҙы. Йәҙгәрҙең юғалыуында мине ғәйепләгән килен фатирҙарын һатты ла, ейәнебеҙҙе алып, үҙенең яғына күсеп ҡайтты. Япа-яңғыҙ торҙом да ҡалдым шулайтып. Ҡасандыр тиндәрҙе иҫәпләп, һатып алған лимонадты ла кире тапшырып, ун тинде ҡайтара алғаны өсөн ҡыуанған хәйерсе балаһы Әнисә әле бик бай, әммә шундай бәхетһеҙ, белһәгеҙ ине...
Яңыраҡ өлкән килендәшемдең ҡыҙы Света миңә күсеп килде. Улар минең өсөн үтә өҙөлөп тора, тип әйтә лә алмайым, ике ҡатлы ҙур йортобоҙ, сит ил машинаһы, баҡсабыҙ ҡыҙыҡтыра барыһын да. Был байлыҡтарҙы Әнисә кемгә яҙып ҡалдырыр икән, тип баш ваталар. Ә мин уларҙың барыһын да, ике уйлап та тормай, улым өсөн бирер инем. Тик тере генә булһын ине! Мөғжизә булып, Йәҙгәрем үҙ аяҡтарында ҡайтып төшһөн ине, тип иртәле-кисле теләйем, шул өмөт мине йәшәтә, был донъяла тота. Шайтан ғына өмөтһөҙ ҙә инде, шулай бит?
Миңә өмөт тулы күҙҙәрен төбәгән ҡатын менән риза икәнемде белдереп, һүҙһеҙ генә баш ҡағам. Бөтә бала ла, ата-әсәләрен һөйөндөрөп, иҫән-һау ҡайтһын, бер кемгә лә бала ҡайғыһын бирмәһен...
Баныу Ҡаһарманова.
*бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.
https://ye102.ru/articles/mahsus/2024-03-30/bala-ay-ylaryn-birm-en-3706764