Иҫләйем бер әсәйҙәргә киттек ҡунаҡҡа. Мин эй ашайым, эй ашайым. Әсәйем минен ябығып киткәнде күреп, алама йәшәйһегеҙме әллә тип һораша башланы. Юҡ, тигән булдым, сөнки ата-әсәйемде тыңламай һарандарға үҙем көсләшеп сыҡтым. Баш балабыҙ беренсе класта укығанда ирем, ҡайны ҡәйнә менән күрше ауылға киттеләр. Шул саҡ келәттең асҡысын табып алып, фарш индереп улыма котлеттар бешереп ашаттым. Бөтә һауыт-һабаны йыуып, бөтә нәмәне йәшерҙем, белмәһендәр тип. Сөнки келәттә ит тә, фарш та күп ине. Баяғы балам тотторҙо бит. Әсәй, мин теге ваҡыттағы кеүек тәмле кәтлит ашағым килә, тип. Ирем, урлашаһың, тип айырым йоҡлап йөрөнө. Э-й-й, хәҙер яманлағым килмәй, береһе лә юҡ инде, ирем дә, ҡайны ҡәйнә лә, барыһы ла иртә үлде. Өҫтәлдә ултырған бал йә кәнфитте ҡабып ебәрәм дә ялп итеп ишеккә боролоп ҡарайым һәр саҡ. Ҡәйнәм әрләмәҫме, тип. Бына нисек бит ул. Ә бер үк кейемде нисәмә йыл кейеп ауыл бисәләренең көлкөһөнә ҡалғанымды яҙып та тормайым. Шуға уйланығыҙ, һаран кеше менән йәшәүе бик ауыр, әгәр ғаиләһендә лә шулай булһа, тормошоң тамуҡҡа әйләнәсәк.
Фото: tr.pinterest.com
https://vk.com/im?sel=166873706&w=wall-202792286_16836%2Fd27872429b364757cf