-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
11 Август 2025, 11:25

Сираттағы бүләк хужаһын тапты

"ҺӘНӘК"кә яҙыл да бүләк от!” уйынының тағы ла бер бәхетлеһе –  Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе Хисаметдинова Флүрә ханым. Уның өлөшөнә – ” Спортмастер” магазиндар селтәренән 5 000 һумлыҡ 5 сертификат төшкәйне. Флүрә апайҙың теләге буйынса, уны Благовещен ҡалаһында йәшәүсе ҡыҙы  менән кейәүе Гүзәл һәм Руслан Хажиевтарға тапшырҙыҡ. Өс бала тәрбиәләүсе ғаиләгә уҡыу йылы алдынан – бынамын тигән бүләк. “СИБУР” компанияһында эшләп, ойошма исеменән, Мәскәү тиклем Мәскәүҙәргә спорт буйынса ҙур ярыштарҙа ҡатнашҡан Русланға ла берәй кәрәкле спорт инвентары алырға ярап ҡалыр, тип ышанабыҙ. Ҡотлайбыҙ, артабан да “ҺӘНӘК”тән айырылмағыҙ, йәме. Ана шулай, аҡмаһа ла тамып тора ул, әүҙем булһаң.

Сираттағы бүләк хужаһын тапты
Сираттағы бүләк хужаһын тапты

Фото: автор

Автор:
Читайте нас