-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
13 Август 2025, 11:35

Еңеүселәр кем икән?

“Башкортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто ойошторған гәзит-журналдарға яҙылыусылар араһындағы уйындың бәхетлеләрен һайлап алдылар. Уның шарттары: ике республика баҫмаһына йыллыҡ йәки ярты йыллыҡ яҙылырға, гәзиттәрҙең электрон версияларын алдырыусылар ҙа ҡатнашырға хоҡуҡлы. Ана шул квитанция күсермәләрен ойоштороусыларға ебәрергә кәрәк ине. Һөҙөмтәлә, 650-нән ашыу кешенән яҙылыу квитанциялары ҡабул ителә. Бәйгелә мотоблок, туңдырғыс лар, телевизор, робот-пылесос, ноутбук уйнатыла. “Башҡортостан» гәзитенә һәм “Һәнәк” журналына яҙылыусы Йылайыр районынан Р.Ҡашҡароваға туңдырғыс лар отҡан. Афарин, журнал уҡыусыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә бергә булайыҡ!

Еңеүселәр кем икән?
Еңеүселәр кем икән?

Ноутбук “Мораҙым” һәм "Ейәнсура таңдары” гәзиттәрен алдырыусы Ейәнсура районынан Ш.Буранғоловаға юллана.

Мотоблокты Учалы районынан М. Ғиззәтуллин “Йәшлек” һәм “Яйыҡ” гәзиттәренә яҙылыу өсөн ала.

«Шоңҡар» журналын һәм «Һаҡмар» гәзитен уҡыусы Баймаҡ районынан Р. Латипов телевизорлы булды.

Робот-саң һурҙырғысты “Рампа” журналына һәм “Дуванский вестник” гәзитенә яҙылыусы Дыуан районынан М. Мотаһирова алыу ҡыуаныр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 1 сентябрҙән 2026 йылдың беренсе ярты йыллығына һәм 2026 йылға яҙылыу кампанияһы башлана. Яратҡан баҫмаларығыҙға яҙылығыҙ, акцияларҙа һәм отош уйындарында ҡатнашығыҙ! Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта https://rbsmi.ru/.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Яҙылыу кампанияһына ҡушылығыҙ һәм ҡиммәтле бүләктәр отоғоҙ!

 

https://panoramarb.ru/news/%D1%80%D0%B5%D0%B3%D0%B8%D0%BE%D0%BD/2025-08-07/v-ufe-vybrali-pobediteley-konkursov-podpiski-4341271

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас