-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
2 Сентябрь 2025, 12:25

Яҙылығыҙ һәм приздар отоғоҙ!!!

Яңы уҡыу йылы башланыуҙан тыш, Башҡортостанда 2026 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу кампанияһы старт алды.

Яҙылығыҙ һәм приздар отоғоҙ!!!
Яҙылығыҙ һәм приздар отоғоҙ!!!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика һәм муниципаль баҫмаларға почта бүлексәһе аша йәки онлайн-сервис ярҙамында яҙылырға мөмкин. Һуңғыһынан rbsmi.ru сайтында файҙаланыуы еңел. Бының өсөн «Подписка» бүлегендә гәзит йәки журнал һайларға кәрәк, төймәгә баҫҡандан һуң баҫманың бите асыла һәм баҫма йәки электрон версия тәҡдим ителә, шунан һуң тауар кәрзингә китә. Унда ингәс, заказды тамамлағыҙ.

Әүҙем яҙылыусыларҙы күңелле бонус көтә. 1 октябрҙән 11-нә тиклем һәм 3 декабрҙән 13-нә тиклем «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто «Рәсәй Почтаһы» акционерҙар йәмғиәте менән берлектә традицион акция-ташламалар декадаһы үткәрә. Был осорҙа республика баҫмаларына һәм яратҡан «районка»ларға льготалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин.

Бының менән генә күңелле сюрприздар тамамланмай. Бөтә яҙылыусылар, хатта республиканың иң алыҫ мөйөштәрендә йәшәүселәр ҙә, приздар уйнатыуҙа ҡатнаша ала. Бының өсөн ике баҫмаға яҙылырға һәм 2026 йылдың ғинуарына тиклем 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәте, 212-се кабинет, шулай уҡ podpiska@rbsmi.ru электрон адресына үҙеңдең адресыңды, контакт телефоныңды күрһәтеп, ирекле формала ҡатнашыуға заявка ебәрергә кәрәк. 

Сығанаҡ һәм фото: «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто.

 

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас