-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
6 Сентябрь 2025, 18:10

Фестивалдә башҡорт аты гимны яңғыраны

Фестивалдә башҡорт аты гимны яңғыраны Башҡорт аты гимнының исем туйы - ул фестивалде асыу тантанаһының иң сағыу ваҡиғаһы.

Фестивалдә башҡорт аты гимны яңғыраны
Фестивалдә башҡорт аты гимны яңғыраны

Бынан алда республикала фестивалдең төп йырына конкурс иғлан ителгәйне. Композитор Рәмил Туйсин еңеүсе булды. Ул «Башҡорт аты» гимнының барлыҡҡа килеү тарихын һөйләне. - Конкурс иғлан ителгәс, шағирә Фирүзә Абдуллина менән ҡатнашырға булдыҡ, - тип фекерҙәре менән уртаҡлашты Рәмил Парижович. - Элек эстрада йырҙарын бергәләп ижад итеү буйынса уртаҡ тәжрибәбеҙ бар ине, һәм был идея беҙгә ҡыҙыҡлы тойолдо. Мин үҙем музыкант-фольклорсы, хәрби темаға арналған башҡорт халыҡ йырҙарында, көнкүреш йырҙарында ла аттар йыш телгә алыныуын яҡшы беләм. Шуға күрә артыҡ баш ватырға тура килмәне; һүҙҙәр ҙә, көй ҙә үҙенән- үҙе тыуҙы. Йырҙың яңғырашын замансараҡ итергә тырыштыҡ. Композитор әйтеүенсә, ул да, Фирүзә лә Баймаҡ районында үҫкән. Башҡорт атының гимнын ижад иткәндә бала сағын, тыуған ауылын йыш иҫкә төшөргән. - Был минең тарихым, уның менән илһамландым, — ти Рәмил Туйсин. Гимн «Башҡорт аты» фестивалендә ат парадында "Атайсал" ансамбле башҡарауында яңғыраны.

Автор:
Читайте нас