– Кит, кейеҙ ҡолаҡ! Мин әйткәнде нимәң менән тыңлайһың ул? Әйтеп торам, әйтеп торам! Юҡ инде, ҡолағыңа ла элмәйһең...
Йә, шунда барып етергә аяғың ял һоранымы? Иканумия тигән нәмәне белмәйһең! Бер һумға осһоҙ бит, цилый бер һумға! Ул бер һум беҙгә күктән яуамы йә аяҡ аҫтында ятамы?! Ыштанһыҙ!
– Кит, шул бер һумға ҡалған көнөң бармы? – тип ире яуап ҡайтарып ҡарағайны ла, аҙаҡ ник өндәшкәненә төштө. Бисәһе сәсрәпме-сәсрәне:
– Ҡара әле, нимә ти! Ауыҙы ла ҡыйшаймай, ә. Ни эшләп булмаһын?! Шунан йыйыла инде, шунан! Әллә һиңә магазинда бер һумың етмәгәнгә әйбер тоттороп ебәргәндәре бармы? Хатта тинең етмәһә лә ашарҙай итеп ҡарап торалар! Ҡара әле, ишеү оялмайынса, шул көнгә ҡалған көнөң бармы, ти! Донъя шул бер һумдан йыйыла инде... Башҡаса үҙеңде магазинға ебәрһәмме?! Тағы үҙеңә аҡса тотторһаммы?! Тәүбә! Тәүбә!
Хәҙер инде тиҫтә йылдан ашыу иргенәһенә аҡса тотторғаны юҡ Сафураның. Эш хаҡы алған көндө үк вис тинен тиненә шутлап, ҡырып-һепереп алып ҡуя.
Сафура ханымдың бик-бик иканум кеше икәнен ул эшләгән ойошмала ла белеп бөткәндәр. Инде төш мәле етһә, ҡулына “Магнит” тип яҙылған ҙур тоҡсайын тота ла яҡын-тирәләге магазиндарҙы вис урап сыға. Хәҙер ҡайҙа нимә бар, күпмегә осһоҙ булыуын ятлап бөткән ул. Бер аҙҙан ахаллаға ҡалып, битендәге тирҙәрен һөртә-һөртә килеп инә. Унан бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп яңылыҡтары менән уртаҡлаша.
– Шәкәр алдым әле. Фәлән ерҙә 15 тингә арзан! Анау магазинға яҡын да барырлыҡ түгел. Теүәл илле тингә ҡыйбат. Әйтеп киттем әле үҙҙәренә. Ояттары юҡ икән.
Кисә төш Гөлнур ханым ҡаршылғы магазиндан сәй алып ингән мәлдә Сафура ханым уларҙың бүлмәһенә ниндәйҙер йомош менән килгәйне. Уның алған әйберҙәрен энә күҙәүенән үткәргәндәй тикшереп, сәйенә күҙ һалды.
– Күпмегә алдың инде?
– Фәлән һум?
– Шунсамы? – Сафура ғәжәпләнеп, күҙҙәрен упайтты. – Ҡыйбат та инде. Баҙарҙың уң яғындағы төпкө магазинда теүәл фәлән тингә арзан. Икенсе тапҡыр шунан ал. Иканум булыр.
Бөгөн ял көнө. Нимәлер бешерергә әҙерләнгән Сафура ханым ҡамырына тотонғас, шәкәренең бөтөүен иҫенә төшөрҙө. “Бәй, Шишмәнән барып алырға кәрәк. Шунда сыға бит, унда сәпсим арзандыр”. Рәхәтләнеп телевизор ҡарап ултырған иренә был хаҡта өндәшкәс, уныһы ризаһыҙ ғына үҙ алдына мөңкөлдәһә лә, бер нисә минуттан улар Шишмгә яғына ҡарай елдерә ине.
– Бер юлы күберәк алырға кәрәк, – тине Сафура иренә.
Килеп еттеләр, шунда уҡ бер магазинға инделәр. Тик Шишмә тигәс тә, шәкәре бер ҙә арзаныраҡ булманы. Хатта бер һумға ҡыйбат та ине.
– Ғибрәт инде, ғибрәт! – Сафура ханым һөйләнә-һөйләнә икенсе магазинға йүнәлде. Тик уныһында ла, ҡәһәр һуҡҡыр нәмә, шул уҡ хаҡ тора ине. Тағы биш-алты магазинға инеп сыҡтылар. Әммә уларында ла шәкәр хатта Өфө магазиндарынан да ҡыйбатыраҡ булып сыҡты.
– Гонаһ шомлоғо, гонаһ шомлоғо! – тип һуҡрана-һуҡрана әллә нисәнсеһенә ингәс кенә үҙҙәренең йортондағы магазинға ҡарағанда шәкәрҙең теүәл бер һумға арзаныраҡ булыуын күргәс, Сафура ханым ҡыуанысынан хатта ҡысҡырып ебәрҙе. – Бына бит. Цилый бер һумға осһоҙ!
Уның тауышына хатта һатыусының ҡулындағы әйбере төшөп китте.
– Әйҙә, тоғо менән алайыҡ та ҡуяйыҡ. Теүәл 50 һум иканум буласаҡ! Быға бер икмәк алырға була әле.
– Ул тиклем шәкәрҙе ни эшләтмәк булаһың? Өсөбөҙгә биш кило ла етәсәк!
– Ҡалай ҡыҙыҡһың! Ни эшләтәһең, имеш? Шундай һорау буламы?! Варенье ҡайнатһаң да кәрәк! Нимәлер бешерһәң дә кәрәк.
– Варенье тип, ике-өс йыл элеккеләре тулып ултыра.
– Уф, ошоноң менән һөйләшә башлаһаң, ник әйткәнгә төшәһең. Кәрәк тигәс, кәрәк. Быға цилый 50 һум иканум булды. Запас ашарға һорамай ул.
Был мәлдә бындай
иканумдан уның ниндәй бәхетле булыуын йөҙөнән уҡырға була ине. Эштәрен бөтөрөп машинаға ултырғас:
– 50 һум иканум насар түгел. Быға бер икмәк алырға була әле, – тип йәнә ҡабатланы. – Әйҙә бер юлы Ҡырмыҫҡалыға барып әйләнәйек.
– Унда нимәңде оноттоң тағы? – ире ризаһыҙ ғына һораны.
– Онотманым, ә һеҙҙең тамаҡты хәстәрләйем.
– Ниндәй тамаҡ? Аңламаным.
– Аңламаҫһың да шул, һин бит өҫтәлгә әҙер килтереп ултыртҡанды ғына ашарға беләһең!
– Тағы шул ашауҙы килтерәһең дә ҡыҫтыраһың! Бер һорау биреп өлгөрмәйһең, әллә нимәләр һөйләй башлайһың.
– Ҡысынғандан әйтмәйем. Сгущенка Ҡырмыҫҡалыла сыға бит. Бер юлы шунда ла барып киләйек, тип әйтеүем. Сыҡҡан ерендә арзаныраҡ була бит.
– Эйе, ныҡ арзан була шул! – Ире мыҫҡыллы йылмайҙы ла газға нығыраҡ баҫты.
– Ниңә ауыҙыңды бәлшәйтәһең? Ял етһә, ҡоймаҡ һорап һин ултыраһың түгелме? Ҡоймағын бешерһәң, сгущенка юҡмы ни, тип таптыраһың. Ә хәҙер килеп мыжып ултыраһың.
– Йә, ярай инде.
– Бер ҙә ярай түгел! Ашағанда ғына рәхәт ул! Мин көн дә һеҙҙе туйҙырам тип ишәк кеүек йөкмәнеп ҡайтам. Ә һин машина менән барырға ла ҡырҡ һүҙгә етәһең!
Ҡышҡы көндөң оҙонлоғо тышау оҙонлоғо ғына, тип тиккә әйтмәгәндәр. Ҡарлыман ауылына килеп еткәндә көн кисләгәйне инде. Магазиндан бер йәшник сгущенка алып, теүәл 100 һум аҡсаға иканум эшләп, ҡайтыр юлға ҡуҙғалдылар. Машинанан күңелле көй ағыла. Сафура ханымдың да кәйефе шәп. Бәй, шулай булмайса! Әллә күпме иканум эшләне. Тик күңелле кәйеф менән ярты сәғәт барҙылармы-юҡмы, йөрәкте убырҙай итеп әллә нимә шарт итеп ҡалды.
– Уф, Алла, әллә аттылар инде?! – Сафура ханым йөрәген тотто!
Ире машинаны туҡтатып, тышҡа сыҡты. Унан:
– Тәгәрмәс шартлаған, ҡәһәрең, – тине ире ауыҙ эсенән, әллә ниндәй русса һүҙҙәр ҡатыштырып.
– Шартлағас, йәһәтерәк алмаштыр һуң! Нимәһен ҡарап тораһың?! Ҡараңғы төшкәнде көтәһеңме?
Ир йәһәт кенә багажникты асып, унан шәкәрҙе, йәшниктәрҙе юл ситенә ултыртып, запас тәгәрмәсен соҡоп сығарҙы. Унан шартлағанын сисеп алып, икенсеһен ҡуйҙы. Бөтә эште теүәлләгәнсе күҙ бәйләнде, буран сыҡты. Өфөгә ҡайтып ингәндә киске етеләр ине. Багажникты асып, барлыҡ әйберҙәрҙе бушатҡанда сгущенкалы йәшниктең булмауы асыҡланды.
– Фу, бына һиңә иканум! – Ир сертләтеп төкөрҙө. – Сгущенка юл буйында тороп ҡалған бит!
– Нисек инде ҡалған?!
– Бына шулай, ҡалған! Ҡараңғыла әйбер күренә тиме...
– Уф, Алла, уф, Алла! Ошоноң менән йөрөһәң, бер нәмәгә осрайһың да тораһың. Багажникка кире әйберҙәрҙе тултырғанда нимәңде ҡараның? Бына һиңә иканум, бына һиңә иканум! Аша хәҙер ҡоймаҡты сгущенкалап... – Был мәлдә Сафура ханымдың осҡон сәскән нәфрәтле күҙҙәре ҡорбанына ташланырға әҙер ҡарсығаныҡын хәтерләтә ине...