Сарала төрлө тематик майҙансыҡтар эшләне, унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 30 йыллыҡ тарихына байҡау яһалды, милли йәмәғәт ойошмаларының роле хаҡында һүҙ алып барылды. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡ майҙансыҡтары эшләне, ә йәштәр интерактив йәштәр викторинаһында Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса белемдәрен баһаланы.