15 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы йортонда шәйехзада Бабич исемендәге Республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырыу буйынса комиссия ултырышы үтте. Конкурс комиссияһы 2023 һәм 2024 йылдарҙа баҫылған эштәрҙе баһаланы.
Йәшерен тауыш биреү юлы менән комиссия ҡаҙаныштары юғары танылыу алған өс еңеүсене билдәләй:
Дамир Таипов — вокал сәнғәте өлкәһендә башҡорт музыкаһын пропагандалаған һәм юғары профессиональ ҡаҙаныштары өсөн;
Заһиҙә Мусина Һәм Рәзинә Урманшина - Кемель Токаевтың “Серле эҙ " китабын художестволы тәржемә иткәне һәм хәҙерге милли проза үҫешенә индергән өлөшө өсөн;
Хәбир Аралбаев - башҡорт халыҡ-сәхнә бейеүе өлкәһендәге “Өс туған” эше һәм башҡорт хореография сәнғәтен мәҙәни мираҫы булараҡ танытҡаны өсөн.
Фото: башинформ