-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
20 Декабрь 2025, 15:55

«Ә увырныйҙа кем һуң?..»

Хажиәхмәт олатай оло улы Райманға килен алып биргән. Райман ағай еңгәй менән ихатала шаярышып йәшенмәк уйнап йөрөйҙәр икән. Йәштәр – йәштәр инде. Күп тигәндә, уларға егерме бер-егерме икешәр йәш булғандыр. Райман ағай ҡайҙалар йәшенгән арала, Хажиәхмәт олатай ишек алдындағы бәҙрәфкә ингән.

«Ә увырныйҙа кем һуң?..»
«Ә увырныйҙа кем һуң?..»

Әлбиттә, эстән бикләнгән. Шул саҡ, бәҙрәф ишегенең ябылып бикләнгән мәлен генә күреп ҡалған Рәбиғә еңгә, Райманы шунда йәшенгән тип уйлап, йүгереп килеп «Әһә, попался!» тип ишектең тыштағы келәһен элә һалған. Ул ғына ла түгел, эс яҡтан берәй нәмә яраҡлаштырып ҡапылда аса алмаһын өсөн, тыштан бүрәнә менән терәтеп тә ҡуйған был. Шунан, оло эш атҡарған кешеләй, ҡулдарын ҡаушырып, туалет янында «һаҡҡа» баҫҡан да бик ҡәнәғәт йылмайып тора икән. Ҡасан Райман ишекте дөбөрҙәтеп, үҙен асып сығарыуын үтенә башлар типме, көтә лә көтә икән. Ә эстән тауыш-тын юҡ. Хажиәхмәт олатай килененә тауыш бирергә уңайһыҙланған ахырыһы.
Ун биш-егерме минуттан һуң, бесәнлектә йәшенеп ятҡан еренән Райман ағай түҙмәй килеп сыҡҡан. «Нишләп, мине эҙләмәй, туалет янында ҡатып ҡалдың?» тигәнгә кәләше албырғап киткән: «Ә увырныйҙа кем һуң?..» «Әлләсе...»

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

Фото: ru.pinterest.com

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас