«Актер йыры» бәйгеһен «Ҡышҡы романс» тип атарға һәм Фидан Ғафаровтың ижадына бағышларға булдыҡ, — тип белдерҙе Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Алмас Әмиров. — Бәйге 2026 йылдың ноябрендә уҙғарыла».
«Ҡышҡы романс» — күренекле актер башҡарыуындағы иң популяр йырҙарҙың береһе. Ул Назар Нәжми һүҙҙәренә, Рим Хәсәнов көйөнә яҙылған.