Мәскәүҙә Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең баш ҡалалары һәм ҙур ҡалалары халыҡ-ара ассамблеяһының “Киң мәғлүмәт саралары көҙгөһөндә ҡала-2025” 14-се юбилей конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте. Журналистарҙың “Бергә еңдек” тигән халыҡ-ара конференцияһы Ватан һаҡсылары йылына һәм Еңеүҙең 80 йыллығына арналды.
Унда барлығы дүрт илдән һәм 30 ҡаланан журналистар ҡатнашты. Бындай ҙур күләмле сара төбәк кимәлендәге иң яҡшы проекттарҙы асыҡларға булышлыҡ итеү йәһәтенән конкурстың әһәмиәтен билдәләй.
БЮТ-тан Гүзәл Ситдиҡованың “Махсус репортаж” телевизион проекты конкурстың төп номинацияһы “Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ”ҙа еңеү яуланы. Жюри уның Бөйөк Ватан һуғышы темаһына журналист тикшереүҙәрен юғары баһаланы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Гүзәл Ситдиҡова былтыр йыл аҙағында Борис Маҡсудов исемендәге Бөтә Рәсәй конкурсында 400 журналист араһында алты еңеүсенең береһе булғайны.
Резеда Шәнгәрәева.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2026-02-11/g-z-l-sitdi-ova-haly-ara-konkursta-e-e-yaulany-4574511
Фото: скриншот БЮТ