-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
12 Март , 15:25

Көлгәнгә – көлкө

Оло ғына бер ир парфюмерия магазинына килә:– Миңә ҡатыныма бүләккә хушбуй кәрәк ине...– Ниндәйерәк кәрәк? – тип һорай һылыу ғына һатыусы ҡыҙ. – Сәскә еҫлеме, емеш-еләкме, әллә бер аҙ «әсерәге»ме?Ир ауыр һулап ҡуя:– Миңә, ҡыҙым, иң мөһиме – «Арттырып ебәргәнһең, бөтә аҡсаны туҙҙырғанһыңдыр инде!» тигән һүҙҙәрҙе баҫа торған еҫ кәрәк! * * *

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Берәү дуҫынан һорай:
– Ҡатыныңа 8 мартҡа ниндәй бүләк алдың?
– Алтын алҡа!
– Оһо! Ә ул һиңә 23 февралгә нимә биргәй­не?
– Нәски...
– Һе! Отолғанһың бит!
– Нишләп отолайым? Мин алтын алҡаларҙы шул өр-яңы нәскиҙәр кейеп барып алдым бит!

 

Автор:
Читайте нас