+17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
17 Март , 11:15

Рамай ҠАҺИР Ҡартайған ҡояш аҫтында

Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улына. Ҡартайған ҡояш аҫтындаЯҙһын беҙгә ҡартайырға.Күңелебеҙ ташып торһонУй-хистәргә, моңға-йырға!Һин – яуап яҙырлыҡ шәхес,Вәлидиҙең хаттарына.Хоҙай имандарын бирһен, Аҫыл башҡорт заттарына!

Рамай ҠАҺИР Ҡартайған ҡояш аҫтында
Рамай ҠАҺИР Ҡартайған ҡояш аҫтында

Шатлыҡтарың алып менһен
Етенсе күк ҡаттарына.
Иман нурын сәсһен кеше, 
Ерҙә йәшәү хаҡтарына!
Хоҙай түҙемлектәр бирһен,
Сабыр башҡорт заттарына.
Утрау бирһен, диңгеҙҙәрҙә
Йөҙөп барған аттарына.
Аҙашҡандар ҡайтһын имен
Үҙ иленә, үҙ ярына.
Хоҙай иман, тәүфиҡ бирһен, 
Йәштәренә, ҡарттарына.
Шағирмы һин, трактористмы,
Хоҙай өсөн юҡ айырма.
...Яҙһын ҡояш аҫтарында, 
Кеше булып ҡартайырға!

Автор:
Читайте нас