0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
19 Март , 11:05

Һауа торошоноң үҙгәреүе менән бәйле

– Температураның миҙгелле үҙгәреүе менән бәйле республикала ҡыйыҡтан ҡар төшөү менән бәйле осраҡтар һаны ҡырҡа артты, шулай уҡ йорттарҙың ҡыйығы емерелеп төшөүе теркәлде, — тип билдәләне министр.

Һауа торошоноң үҙгәреүе менән бәйле
Һауа торошоноң үҙгәреүе менән бәйле

Уның һүҙҙәренсә, 14 һәм 15 мартта Ҡалтасы районының Красный Холм ауылындағы Фрунзе урамындағы һәм Өфөләге Гоголь урамындағы күп фатирлы йорттарҙа ҡар аҫтында ҡыйыҡ өлөшләтә емерелеп төшкән. 15 мартта Нефтекамала Юбилей проспектында Ҡала мәҙәниәт үҙәге бинаһында ҡар яуыуы һөҙөмтәһендә инеү төркөмө өлөшләтә емерелеп төшә.

— Хакимиәт башлыҡтарынан йорттарҙың һәм социаль объекттарҙың ҡыйығынан ҡарҙы һәм боҙҙо ваҡытында таҙартыу кәрәклегенә айырым иғтибар биреүҙәрен, шулай уҡ боҙ һәм ҡарҙың эленеп тороуы тураһындағы мәғлүмәткә тиҙ арала яуап биреүҙәрен һорайбыҙ, – тип мөрәжәғәт итте министр муниципалитет етәкселәренә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та был эште көсәйтергә ҡушты, зыян күргән район һәм ҡалалар етәкселәре ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала тине.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:
Читайте нас