+30 °С
Болотло
Бәйгеләр
13 Февраль 2025, 03:20

«Тамға-2025»

15 февралдә «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсының беренсе, әҙерлек этабы башлана. Был этапта уҡытыу семинарҙары һәм оҫталыҡ кластары ойошторола. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында тарих һәм этнография өлкәһендәге эксперттар, оҫта-реконструкторҙар бар, шулай уҡ уҙған йылдарҙа ҡатнашыусылар үҙ тәжрибәләре һәм белемдәре менән уртаҡлаша.

«Тамға-2025»«Тамға-2025»
«Тамға-2025»

Халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл конкурс биш номинация буйынса үткәрелә. Унда оҫталар, реконструкторҙар, костюмдар буйынса рәссамдар, дизайнерҙар, кейем тегеү ательеһы, профилле юғары уҡыу йорттарының студенттары саҡырыла.

Ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Милли музей.

Тулыраҡ мәғлүмәт Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында баҫылған.

Автор:
Читайте нас