Дуҫтар!
"Һәнәк" журналы һеҙгә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы конкурс тәҡдим итә — "Һәнәктең иғландар таҡтаһы"!
Иғтибар! Конкурстың төп шарты — хаталар!
Беҙ хаталы яҙылған алтаҡталарҙы, иғландарҙы, урам-ауыл исемдәрен, юл күрһәткестәрен фотоға төшөрөүегеҙҙе һорайбыҙ. Ҡыҙыҡ, көлкөлө, сәйер йәки буталсыҡ итеп яҙылған һүҙҙәр, хата менән яҙылған топонимдар кәрәк.
Ошо фотолар араһынан иң ҡыҙығын йә ҡыҙғанысын, һын ҡатырғысын йә йәлләттергесен, ғөмүмән, иң-иңен һайлап алырбыҙ. Бер нисә һөйләм исем-фамилияғыҙҙы, ҡайҙан икәнегеҙҙе яҙырға онотмағыҙ.
Мәҫәлән, Йөйәк йылғаһы урынына Йөйә йылғаһы тип яҙғандар, Туҡталҡаны туҡтама тигәнде күргән кеше лә бар, Сатлы кәзәләре һатыла, Күпер аша үтмәгеҙ — төшәбеҙ тигән яҙыуҙар ҙа осрай.
Нимә эшләргә?
Һеҙҙән килгән фотолар сайтҡа ҡуйыла. Апрель аҙағында иң ҡыҙыҡ фотоһүрәттәрҙе һайлап, еңеүселәрҙе билдәләрбеҙ. Әйҙәгеҙ, башланыҡ! Фотоларҙы комментарийға беркетергә кәрәк.
Иң күп тауыш йыйған ҡатнашыусыны махсус бүләк көтә. Ҡалған ике урынды биләүсене лә буш ҡалдырмаясаҡбыҙ!
Тирә-яғыбыҙҙағы хаталарҙан көләйек, көлә-көлә — төҙәтәйек!