Бөйөк Еңеүгә - 80 йыл!
“ҺӘНӘК” журналы уҡыусылар араһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған фотоконкурс иғлан итә. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Әйҙәгеҙ, матур фотоларығыҙ менән бүлешегеҙ! Үҙегеҙ хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирергә лә онотмағыҙ: йәшәгән ерегеҙ, уҡыған мәктәбегеҙ, яратҡан шөғөлдәрегеҙ.Шарттары: 9 май темаһы буйынса тематик фотоһүрәтте баҫманың электрон почтаһына henvil@yandex.ru йәки төркөмгә jpeg форматында 27 апрелгә ҡәҙәр ебәрергә кәрәк. Улар араһынан иң күңелгә ятҡанын, иң иҫтәлеклеһен һайлап алыр өсөн бергәләп тауыш бирербеҙ. Әйҙәгеҙ, башланыҡ! Фотоларҙы ошонда комментарий рәүешендә беркетһәгеҙ ҙә була. Иң күп тауыш йыйған ҡатнашыусыны махсус бүләк көтә.