

– Ярай, атай, һин теләгәнсә булыр.
“УАЗ” машинаһы туҙан күтәреп ауыл урамы буйлап елдереп барғанда, юлдарында биҙәкле силәкле көйәнтәһен иңенә һалып, шишмә буйынан ҡайтып килеүсе Хәсбикамал апайға осранылар. Руль артындағы улынан машинаны туҡтаттырып, Юламан бабай кабинаның асыҡ тәҙрәһенән ҡаҡса муйынын һуҙҙы:
– Ҡара әле, кем... Беҙҙең саптарҙы күрмәнеңме?
– Кем? – тигән булып инде... Онотҡан, тишек хәтер, колхоз баҫыуҙарында бергә иген урып йөрөгәнде. Йәнә килеп, һин – конюх, беҙ – ҡатын-ҡыҙҙар, ғүмер буйы бейә һауып, ҡымыҙ етештерҙек, – тип Хәсбикамал апай кеткелдәп көлөп ебәрҙе. – Ә атығыҙҙы күрҙем, Юламан ағай, а-ана теге тарафҡа – болон яғына тороп сапты.
– Рәхмәт, кем... Бор, улым, машинаңды болонға!
Ләкин болондо йөҙ ҡат урап эҙләһәләр ҙә, ат табылманы. Аптыраған Юламан бабай, түбәтәйен артҡа этәреп, пеләш башын ҡашып алды.
– Әйҙә, һыу буйына! Моғайын, малҡай фермер... Теге кем әле... Иҫтән сыҡҡан, шайтан алғыры... Зәй... Зәй...
– Зәйнетдинде әйтәһеңме, атай?
– Эйе. Тап өҫтөнә баҫтың. Уның аттарына ҡушылманы микән?..
Әммә йылға буйында ла саптар табылманы. Мал-тыуарҙы ситкә ебәрмәйенсә, билдәләнгән бер майҙанда һаҡлап тота торған “электр көтөүсе” тигән ҡоролманың өҙөлгән сымын ялғап маташыусы Зәйнетдин үҙе ҡаршыларына сығып хәбәр бирҙе:
– Һин, Юламан бабаҡай, атыңды әллә ҡайҙарҙан эҙләмә, үҙ күҙҙәрем менән күрҙем – урман яғына елдертте, – тип ни өсөндөр Мөхтәсимгә күҙ ҡыҫҡылап алды.
– Ай, әттәгенәһе икән! Әйҙә, улым, булмаһа, шул тарафҡа юл тотайыҡ. Бынан ары саптарҙы иреккә сығараһым юҡ! Бесән сабып алып ҡайтып, ихатала ғына аҫырарбыҙ.
Юғалған малҡайҙы тау-таш араларынан, сытыр-мытыр лапы эстәренән эҙләй торғас, ауыл көтөүлегенә килеп сыҡтылар. Туҡтап, көтөүсенән дә һораштылар. Көтөүсе лә саптарҙы күргән, Зәйнетдин әйткән һүҙҙәрҙе ҡабатлай:
– Әле генә атығыҙ, уйнаҡлап, урман эсенә инеп шылды, – тине көтөүсе. – Иркендә йөрөгәс, һимергән малҡай! Аптыраш!
Бына бит, кемдән һорашма, бөтәһе лә күргән, тик малҡай ғына һаман табылмай.
Машинаны юл буйында ҡалдырып, урман тирәләй шаҡтай ваҡыт эҙләргә тура килде малҡайҙы. Күп йөрөүҙән Юламан бабайҙың түбәтәй аҫтына ғына түгел, танауы өҫтөнә лә бөрсөк-бөрсөк тир тамсылары бәреп сыҡты.
– Уф, арыным да, һыуһаным да, улым. Ҡайтайыҡ, булмаһа. Иртәгә лә көн бар, эҙләрбеҙ.
Киске ашты ашап ултырғанда табын артындағы ҡарсығы Бибиниса әбейгә, улы менән килененә Юламан бабай юғалған атының шәп яҡтарын да, ихатаға ҡайтып инмәй торған кире сифаттарын да тәфсирләп һөйләп бирҙе. Инде табынға доға ҡылып тороп китәйем тигәндә генә, һис көтмәгәндә, ул, Ньютон асыш яһағандай, шәрә башына һуға-һуға ҡысҡырып ебәрҙе:
– Әй, диуаналар, диуаналар! Нишләп әйтмәйһегеҙ уны? Атты бит былтыр ҡыш башланыу менән иткә салып ашаныҡ!
– Ысынлап та! Иҫебеҙҙән сыҡҡан шул. Ярай әле иҫкә төшөрҙөң! – тиештеләр ҡарсығы ла, улы менән килене лә, бер-береһенә ҡарап, серле йылмайышып.
Әйтмәнеләр түгел. Әйтеп ҡарағаны булды һәр береһенең ҡартҡа был хаҡта, бер түгел, йөҙ мәртәбә.
“Атты иткә салып ашаныҡ бит, атай!” – тигән улына Юламан бабай, ҡабарынып:
– Шундай сабыш атын һуялар ти меней! Һуймағанһың һин уны, аҡсаға ҡыҙығып һатып ебәргәнһең. Аҡсаһын һатып алыусының үҙенә кире ҡайтар ҙа, саптарҙы утарға керетеп яп! – тип кенә бойорҙо.
Эйе, ғүмере буйы ат аҫырап йәшәгән, хәтере юғалған Юламан бабайға ҡапыл атһыҙ ҡалыу ҡояшһыҙ ҡалыуға тиң. 90 йәшенә аяҡ баҫырға тороусы иҫәңгерәгән ҡартҡа ҡайҙа хәҙер эйәр өҫтөнә менеп ултырыу! Сатлы бағана араһында аҙашмаһа ла бик мәслихәт.
Хәйер, ана, табын артынан ҡуҙғалыу менән Юламан бабай ҡабат йәнә кәзә хәтергә әүерелде. Йә инде, күрсе, нимә ти бит:
– Улым, иртәгә таң атыу менән Атнаштар буйына барырбыҙ. Унда үлән шәп үҫкән, тиҙәр. Шунда, һимереп яталыр ул беҙҙең саптар!