+3 °С
Облачно
Бәйгеләр
5 Мая , 07:05

"Колледждар кубогы – 2026”

Өфөлә быйыл икенсегә башҡорт телендә “Колледждар кубогы – 2026”  КВН бәйгеһе үтте. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды, БР мәғариф Министрлығы һәм БР йәштәр сәйәсәте Министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырылды. Уйында бөтәһе 10 команда ҡатнашты. Зал туп-тулы ине. Командалар юғары кимәлдә сығыш яһаны, тамашасыға онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте. Көсөргәнешле һәм ҡыҙыҡлы бәйге һөҙөмтәләре буйынса баһалама ағзалары һәр сығышты иғтибар менән ҡарап, үҙ билдәләрен ҡуйҙы. Шулай итеп, кемдәр һуң быйылғы еңеүселәр?

"Колледждар кубогы – 2026”"Колледждар кубогы – 2026”
"Колледждар кубогы – 2026”

Гран приға Өфө эшҡыуарлыҡ, иҡтисад һәм дизайн колледжынан «Шәкәр» командаһы лайыҡ булды;

1-е урынды Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының «Батырҙар берҙәмлеге» командаһы уҡыусылары яуланы;

2-се урын - УКСИВТ хужалары “Әйтешниктар.ги” менән  “Тегеләй-былай” Нефтекама нефть колледжы ҡунаҡтарына бирелде;

Ә бронзаны 4 команда бүлеште: Сибайҙың «Һуҡырәсәк» медицина колледжы, «АрҡырыУрам сити» УКРТБ (Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы), «Турбомәҙәк» (Өфө машиналар эшләү колледжы) студенттары һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ колледжы "Аҡмулла балалары".

"Иң Яҡшы шаяртыу" номинацияһында колледж уҡытыусылары Йыйылма командаһы "Серлебетеү", ә "Иң татыу команда" номинацияһында УКСИВТ-ан тағы бер команда "Юристар" билдәләнә.

“Мәктәп уҡыусылары араһында ғына түгел, колледж һәм юғары уҡыу йорттары студенттары араһында ла башҡорт телендәге уйындарҙы үҫтереү мөһим, тик шул саҡта ғына беҙ үҙебеҙҙең телдә өйҙә йәки ауылыбыҙҙа ғына аралашып ҡалмайбыҙ, ә КВН уйнайбыҙ, төрлө күңелле йәштәр саралары үткәрәбеҙ тип әйтә алабыҙ", – ти КВН-Дың Башҡортостан асыҡ лигаһы идараһы рәйесе Ангелина Халикова.

Денис Ибраһимов фотолары.

 

 

 

 

 

 

"Колледждар кубогы – 2026”
"Колледждар кубогы – 2026”
"Колледждар кубогы – 2026”
"Колледждар кубогы – 2026”
"Колледждар кубогы – 2026”
"Колледждар кубогы – 2026”
"Колледждар кубогы – 2026”
Автор:
Читайте нас