

Халыҡ-ара жюри ағзалары Марсель Шәйнур улына «Француз исемле башҡорт сатиригы» тарихи-шиғри шәлкеме өсөн беренсе урын бирҙе.
«Open Eurasia» конкурсын Евразия ижади гильдияһы (Лондон) бөтә планета масштабында үткәрә һәм, Мар. Сәлим ағайыбыҙ үҙе билдәләүенсә, бындай ижади ярыш бөтә донъяла берҙәм мәҙәни киңлек булдырыуға, сифатлы әҙәбиәтте туплауға һәм популярлаштырыуға булышлыҡ итә.
Афарин, хөрмәтле Марсель Шәйнур улы! “Һәнәк”те өс тиҫтә йыл буйына етәкләп, уҡыусылар араһында Һәнәк ағай исеме алып, башҡорт сатираһын донъя кимәленә күтәрҙегеҙ, әле лә күтәрәһеҙ. Тимәк, сатирабыҙ алға бара! Һеҙгә һаулыҡ, яңы ижади уңыштар теләйбеҙ!