+13 °С
Ясно
Бәйгеләр
8 Июня , 06:30

ҠЫҘ-ҠЫРҠЫН

Оло ғалимыбыҙ Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында тыуып үҫкән, тау-тау хеҙмәттәр, тарихи әҫәрҙәр ҡалдырыған Ғайса Хөсәйенов иҫән сағында Бәйләнештә селтәрендә аккаунт та алып барған, бер аҙ постары ла бар. Шуларҙың береһе менән уртаҡлашабыҙ. Етеп килгән ҡыҙ фәҡәт хан улына кейәүгә сығам, тип хыяллана, ти.Ултырған ҡыҙ, көтөүсе булһа ла ярар ине, ти.Шулай күпме сибәр ҡыҙҙар ғүмерлеккә ултырып та ҡала бит.Һайланған — һаҙға, осраған — таҙға, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. * * *

ҠЫҘ-ҠЫРҠЫНҠЫҘ-ҠЫРҠЫН
ҠЫҘ-ҠЫРҠЫН

Ун алтыла ҡыҙ — солтан,
Ун етелә — сулпан,
Егермелә — гөлбостан,
Егерме биштә — суртан.
Ултырып, суртанға төшөп ҡалмаһа икән ҡыҙ-ҡырҡын.

* * *
Элек ҡыҙҙарҙы егеттәр һайлай торғайны.
Хәҙер егеттәрҙе ҡыҙҙар үҙҙәре һайлай.
Шулай ҙа ҡыҙҙар һайлауҙа ла ҡылансыҡ һәм көйәҙ икән:
күп егеттәрҙе буйҙаҡ ҡалдыралар.
Ә ҡала ерендә ҡыҙҙар быуа быуырлыҡ,
Ауыл ерендә әжәлгә дарыу булырлыҡ.

* * *
Ҡатын-ҡыҙҙың бер ҡөҙрәте — аҡылына ҡарағанда татлы телендә.
Теленә ҡарағанда — һөйкөмлө күҙендә. Күҙе — ут, керфеге — уҡ.
Күҙенә ҡарағанда — үҙендә. Үҙкәйҙәре менән илертә ул.

* * *
Яҙ еткәс, шәрә ағас япраҡҡа төрөнөп матурлана.
Яҙ еткәс,ҡатын-ҡыҙ кейем-һалымын һалып, шәрәләнеп матурлана. Ҡатын-ҡыҙҙы буй-һын матурлай.

* * *
Ағас һәр миҙгелдә үҙенсә биҙәлә: яҙ — бүрткән бөрөләр, йәй — йәшел япраҡ, көҙ — күк бәҫ, ҡыш — аҡ сасҡау менән.
Ҡатын-ҡыҙҙар һәр ғүмер миҙгелендә үҙенсә биҙәнә: ҡыҙ саҡта — тәбиғи матурлыҡ, ҡатын саҡта — биҙәнеү, һөртөнөү, ҡарсыҡ саҡта — бөркәнеү, ҡапланыу менән.

 

Автор:
Читайте нас