+13 °С
Облачно
Бәйгеләр
18 Июня , 05:55

Ҡымыҙ бешеүселәр бәйгеһе ойошторола

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ведомство бойороғо менән 2026 йылдың июнендә II Республика ҡымыҙ конкурсын ойоштороуҙы һәм уҙғарыуҙы раҫланы. «Башҡорт аты» фестивале барышында иң шәп ҡымыҙ бешеү оҫталары билдәләнә. Конкурста фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар, ойошмалар ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларҙың һаны сикләнмәй. Улар тәбиғи ҡымыҙҙан тыш, тәмләткес ҡушылған ҡымыҙ, шулай уҡ ҡымыҙ эсемлектәре тәҡдим итә ала.

Ҡымыҙ бешеүселәр бәйгеһе ойошторолаҠымыҙ бешеүселәр бәйгеһе ойошторола
Ҡымыҙ бешеүселәр бәйгеһе ойошторола

Башҡорт атын өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институтында белдереүҙәренсә, иң яҡшы ҡымыҙ етештереүселәр конкурсы 24 июнгә билдәләнгән, эксперт комиссияһы Аграр университетта эшләй. Еңеүселәр 28 августа «Һөт иле» ғаилә фестивалендә тәбрикләнә.

Фото: «Башкорт аты» башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институты | Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы

Автор:
Читайте нас