+15 °С
Облачно
Бәйгеләр
1 Июля , 09:45

ТАТЫУ ҒАИЛӘ ЙЫЛЫ

Төбәктә Ҙур һәм татыу ғаилә йылы иғлан ителгәс тә, район Мәҙәниәт йорто конкурс ойошторорға булып китте. Был бәйгелә ҡатнашырға, әлбиттә, ишле, өлгөлө, татыу парҙарҙы саҡырҙылар. Улар үҙҙәре менән таныштырырға, музыкаль номер әҙерләргә тейештәр, ә жюри ағзалары иң лайыҡлыһын һайлаясаҡ. Гран-при яулаусы артабан республика кимәленә сығасаҡ.Саҡырыу Тимеровтар ғаиләһенә лә килде. Уныһы аңлашыла ла: йорт башлығы Айтуған — бына тигән баянсы, тарих уҡытыусыһы, ҡатыны Сәлимә — йыр уҡытыусыһы, улдары Тимур ҡурай класына йөрөй, ҡыҙҙары Ләйсән бейеү менән шөғөлләнә. Район тормошонда гел әүҙем ҡатнашҡан йәштәр ҡуш ҡуллап риза булды.

ТАТЫУ ҒАИЛӘ ЙЫЛЫТАТЫУ ҒАИЛӘ ЙЫЛЫ
ТАТЫУ ҒАИЛӘ ЙЫЛЫ

Иң беренсе Айтуған менән Сәлимә визитка — үҙ-ара таныштырыу өлөшөнә әҙерләнә башланы.
— Әйҙә, — тип тәҡдим итте Айтуған, — шәжәрә менән таныштырыуҙан башлайыҡ!
— Уй, Алла, — тип күҙҙәренең ағын күрһәтте Сәлимә. — Шул бер шәжәрәңде, исмаһам, бында ҡыҫтырма әле.
— Нимәһе оҡшамай?
— Беренсенән, ул — һинең шәжәрәң! Унда минең ҡыҫылышым юҡ! Әгәр ошо хаҡта һөйләһәк, мин үҙемдекен һөйләйем, белдеңме?! Икенсенән, ул — күптән тапалған тема. Яңыса, заманса нәмә уйлайыҡ, — тип фекерен еткерҙе Сәлимә.
— Заманса? Нимә, мәҫәлән? Видео төшөрәйек тиһеңме?
— Эйе! Ә ниңә «юҡ» ти?
— Һинең белгәнең шул видео! Телефондан айырылмайһың. Ашағаныңды ла, йоҡлағаныңды ла теркәп, интернетҡа һалаһың... — тип ҡул һелтәне Айтуған.
— Юҡ, нишләп һин тотаһың да бөтә нәмәгә шул минең телефонды ҡыҫтыраһың? — тип ҡыҙып китте Сәлимә.
– Сөнки ялҡыттың! Бөтә нәмәне төшөрөргә тимәгән дә инде! Тыныс ҡына ашап та булмай, телефоныңды ауыҙға индереп бараһың!
– Рәхмәт әйтһәңсе! Балаларың менән әллә күпме фотоң бар. Мине шулай берәү төшөрәме, исмаһам?! – Сәлимә бүртәйеп үсекте хатта.
Айтуған тәрән тын алды ла өндәшмәҫкә булды. Бер аҙ тын ултырғас:
– Ярай, әйҙә, “визитка”ны аҙаҡҡа ҡалдырайыҡ. Музыкаль номерҙа нимә эшләйбеҙ?
– Һәр ваҡыттағыса: Тимур – ҡурайҙа, һин баянда уйнайһың, мин йырлайым, Ләйсән бейер, – тине иренә ҡарамай ғына, һаман үпкәһен баҫа алмай.
– Беҙ бөтә концерттарҙа ла шулай сығыш яһайбыҙ. Икенсе нәмә уйлайыҡ, – тине Айтуған. – Яңыса, заманса, – мыҫҡыллы итеп өҫтәп ҡуйҙы.
– Ах, шулаймы? – тине Сәлимә. – Аҡылың алтын булғас, әйҙә, үҙең уйла ла балаларға өйрәт!
– Өйрәтермен! – тине мах бирмәҫкә тырышып Айтуған.
– Өйрәтер берәү, имеш! Һин улар менән бер сәғәт өйгә эштәрен эшләшә алмайһың! Ә бында тотош номер әҙерләргә уйлайһыңмы? Ха-ха-ха!
— Бына күр ҙә тор! Бынамын тигән сығыш уйлаясаҡбыҙ!
Айтуған улы менән ҡыҙын саҡырып алды ла яңы программа ҡорорға кереште. Һигеҙ йәшлек малайы менән алты йәшлек ҡыҙы башта аталарын тыңлап, һәр әйткән һүҙен башҡарып торҙо. Тик кескәйҙәрҙең түҙемлеге бер сәғәткә лә етмәне. Береһе — мыжый, икенсеһе үсегә башланы.
«Атай, мин арыным... Атай, ҡасан уйнарға була... Атай, мин асыҡтым... Атай, мин һыуһаным... Атай, әсәй ҡайҙа ул? Атай... Атай...» — ошо өҙлөкһөҙлөктән ярты сәғәт эсендә Айтуғандың башы әйләнеп китте. Яңы номерҙың бер нәмәһендә өйрәтә алманы. Ахыр сиктә аш бүлмәһендә ултырған Сәлимә янына сыҡты ла: «Всё! Ҡатнашмайбыҙ! Сәсрәп китһендәр!» — тип өҫтәлгә һуҡты.
— Әйттем бит, өйрәтә алмайһың тип, — тип мыҫҡылланы Сәлимә ирен.
— Әйттең-әйттең! Башҡа улай конкурста ҡатнашабыҙ тип ауыҙыңды ла асма!
— Бер миңә генә кәрәкме ни?! Мин һеҙ тип тырышам, балаларыбыҙ әүҙем булһын, сәхнәнән, кешенән оялмаһын тип торам, ә һин, исмаһам, бер тапҡыр минең яҡлы була алмайһың!
— Мин гел һинең яҡлы! Һин генә ул бер ваҡытта ла мине уйламайһың да, һорамайһың да. Һинеңсә генә эшләйбеҙ, һинеңсә генә йәшәйбеҙ!
— Һинең шулай ауыр ҡуҙғалыусан булыуыңда мин ғәйеплеме ни? Тот та эшлә! Бер тапҡыр булһа ла инициатива күрһәт! Рәхәт атыу, минең елкәгә менеп ултырып алдың да, ыжламай ҙа көн күрәһең! Ә Сәлимә әйҙә донъя йөгөн үҙе тартһын, ыҙалаһын!
— Улай ыҙалағас, ниңә һуң миңә кейәүгә сыҡтың? Ниңә һаман минең менән ғүмер итәһең? Айырылышайыҡ атыу, ыҙа сигеп йәшәмә!
— Айырылышайыҡ, әйҙә! Әйҙә-әйҙә! — тип Сәлимә лә тауыш күтәрҙе.
— Яҡшы, шәп! — тип Айтуған ишекте шарт ябып сығып китте.
...Айтуған кискә табан ғына ҡайтып инде. Сәлимә йоҡларға ятҡансы уға бер һүҙ өндәшмәне. Ятыр алдынан ғына ире: «Шунан? — тине ипләп кенә. — Ҡатнашабыҙмы ул?»
– Белмәйем, — тине теш араһынан ҡатыны. — Ойоштороусыларға әйттек бит инде ҡатнашабыҙ тип, беҙҙе яҙғандар.
— Ярай, ҡатнашайыҡ та ҡуяйыҡ. Музыкаль номер элеккесә булһын. “Визитка”ны — нимә теләйһең, шуны эшлә.
— Бына әпәт, — тине уфтанып Сәлимә.
— Нимә әпәт?
— Бөтә яуаплылыҡты миңә һалаһың. Аҙаҡ минең фекерҙе һорамай, тип мыжыйһың...
Тимеровтар йортонда тағы иреш китте. Был икәү төн йоҡламай, балаларын уятмайым тип, бышылдап ҡына талашты ла талашты. Ә өс көндән улар «Татыу ғаилә» конкурсында сығыш яһаны. “Визитка”ны шәжәрәләре тураһында видео төшөрөп эшләнеләр, музыкаль номерҙа Сәлимә яңы йыр башҡарҙы. Тамашасылар матур парға һоҡланып ҡарап ултырҙы. Тик Сәлимә менән Айтуған ғына үҙ-ара һөйләшмәй ине. Ә инде алып барыусы Тимеровтарҙың еңеп, республика кимәленә сығыуын, райондың иң өлгөлө ғаиләһен күрһәтәсәктәрен иғлан иткәс, улар көлөргә лә, иларға ла белмәне.

З. Хәкимйәнова.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас