+31 °С
Болотло
Бәйгеләр
25 Август , 10:15

МИНЕ ХАЛЫҠ БЫЛАЙ ҘА БЕЛӘ

Яҙыусылар союзына ике сумаҙан һөйрәгән бәләкәй генә ҡатын килеп инде. Ҡатын тип ни, әбей инде. Икенсе ҡатҡа ауыр йөгөн йылдам ғына күтәреп, йүгереп тиерлек менгәс, рәйес бүлмәһенә яҡынланы. Кабинетҡа инер алдынан, йөгөн иҙәнгә ҡуйып, бәлтәһен систе, сәстәрен һыйпаштырҙы, ирененә помада һөрттө. Бер аҙҙан ул ике сумаҙанын иҙәнгә ҡуйып, рәйес эргәһендә тора ине. – Мин Рәшитова Сажиҙә апайың булам, – тип ул рәйестең ике ҡулына йәбешеп, һаулыҡ һорашты. Шунан саҡырыу ҙа көтмәй етәксе ҡаршыһына лап ултырҙы. – Яҡшы. Ни йомош менән килдегеҙ? – тип һораны ойошма етәксеһе. – Иң тәүҙә мин һеҙҙең ижадығыҙҙы бик яҡшы беләм, тип әйткем килә. Афарин! Әҫәрҙәрегеҙҙе илай-илай уҡыным. Бөтә ауыл ҡатындарына уҡып сығырға ҡуштым. Әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондына инерлек роман яҙғанһығыҙ. Ә роман яҙыу – ай-һай, бит! Үҙем беләм. Мин дә бит, – яҙыусы!

МИНЕ ХАЛЫҠ БЫЛАЙ ҘА БЕЛӘМИНЕ ХАЛЫҠ БЫЛАЙ ҘА БЕЛӘ
МИНЕ ХАЛЫҠ БЫЛАЙ ҘА БЕЛӘ

Рәйес был инәйҙең ни өсөн килгәнен төҫмөрләй башланы.
– Ғүмер буйы заводта эшләнем. Өс бала үҫтерҙем. Пенсияға сыҡҡас, яҙыша башланым. Күңелемдә илһам тигән нәмә йөрөгәндер инде, – тип арҡаһын турайтыбыраҡ ултырҙы. – Шиғырҙар ҙа яҙам, хикәйә-повестарым да бар, ейәндәрем тыуғас, балалар өсөн дә ижад итә башланым.
– Ижадығыҙ күп яҡлы икән. Хатта ҡайһы бер халыҡ яҙыусылары бөтә жанрҙарҙа яҙыша алмай, – тине рәйес.
Бындай “маҡтау” ишеткән ҡатындың ауыҙы ҡолағына етте. Ул тағы ла дәртләнеберәк һүҙен дауам итте:
– Эйе-эйе. Ҡанағыҙ әле, бер шиғырымды ятлап ишеттерәйем:
Минең тыуған ауылым,
Үлеп яратҡан ауылым,
Кендек ҡаны тамған ауылым – тип күҙҙәрен йомоп тороп, ҡулдарын һелтәп шиғырын уҡырға керешкәйне, рәйес уны туҡтатты:
– Апай-апай, һеҙҙе бүлдерәм. Шиғырығыҙҙы бик тыңлағы килһә лә, ваҡыт тығыҙ бит әле. Йомошоғоҙҙо әйтһәгеҙ...
– Эйе-эйе, аңлап торам. Минең ижадымды ауылда, хатта районда яҡшы беләләр. Һәр ерҙә яҙыусы килгән тип кенә ҡаршы алалар. Хатта Яҙыусылар союзында тормағаныма аптырап ҡуялар. “Нисек инде һаман союзда түгелһең?” тип һораһалар, инде уңайһыҙ булып китә. Миңә ул кәрәк тә түгел инде, ижадым булһа булды...
– Беҙҙең ойошмаға инергә теләйһегеҙ инде, – тип йәнә бүлдерҙе, түҙемлеге кәмей барған рәйес.
– Теләйем тип ни, шул кешеләр әйткәнгә генә килдем. Әйтәм бит, миңә кәрәкмәй...
– Ойошмаға инер өсөн кәмендә ике китап кәрәк...
– Бар-бар! Китаптарым ни егерменән ашты, – тип ҡатын урынынан һикереп торҙо ла, бер сумаҙанын асып ебәрҙе. Эсендә ятҡан “байлыҡ”ты дәртләнеп рәйес алдына теҙергә кереште. Рәйес егерме-утыҙ битле йоҡа ғына китаптарҙың береһен ҡулына алды. Үҙнәшер менән баҫылған әйберҙәрҙең тиражы – йөҙөшәр дана.
– Апай, – тине ул китаптарҙы ҡарай-ҡарай, – был бит үҙнәшер. Дәүләт нәшриәтендә сыҡҡаны бармы?
– Ю-уҡ, – тип һуҙҙы ҡатын. – Баҫмайҙар! Әллә нисә алып барҙым, бороп ҡайтаралар. Күрәһең, берәй блат кәрәк. Уларға инәлеп торғансы тинем дә үҙем баҫтырҙым. Мин бит тышлыҡтарын да хатта үҙем төшөрәм. Бына бынауһын ҡарағыҙ, – тип тағы хәбәрен теҙеп алып китте.
– Апай, – тине ҡатыраҡ тауыш менән рәйес. – Үҙнәшер китаптар менән һеҙҙе союзға ала алмайбыҙ. Улайтып бөтәһе лә баҫтыра ала...
– Бөтәһе лә түгел, – тине үпкәләп ҡатын. – Беләһегеҙме, ни тиклем ҡиммәт икәнен! Һыҙырып аҡса алалар!
Ҡатын рәйестең тел төбөн аңлап етмәй, аҡланырға кереште.
– Аҡсаһы булған һәр кеше китап сығарып, союзға инә башлаһа, ҡайҙа китә ул? Улай бармай. Бәлки, әҙәби журналдарҙа баҫылғанығыҙ барҙыр, – тип һораны, кәйефе ҡырылған апайға ҡарап.
– Баҫмайҙар, – тине күҙе упайып, – “запаста” ята тиҙәр ҙә ҡуялар. Ижадымдан көнләшәләр. Кәнишне, дөрөҫөн әйткәндә, мин ҡайһы бер яҙыусыларҙан яҡшыраҡ яҙам бит. Кемгә оҡшап етһен? Ә бит балалар өсөн әҫәрҙәремде методик ҡулланма итергә мөмкин. Э-эй, – тип һуҙҙы ҡатын. – Ысынын әйткәндә, халыҡ та бит хәҙер уҡып бармай. Китаптарымды алмайҙар. Әллә аҡса ҡыҙғаналар, әллә ни... Улай тиһәң, бушлай биргәндә лә баш тарталар. Зауыҡ юҡ, белемгә, матурлыҡҡа ынтылыш юҡ...
Рәйес ауыр көрһөндө лә ҡатынды ҡырт бороп сығарып, ҡанатын һындырмаҫ өсөн, алыҫтан башларға булды:
– Апай, әйтегеҙ әле, һеҙгә Яҙыусылар союзына инеүҙән берәй файҙа бармы? Ни өсөн инергә теләйһегеҙ?
– Әйтәм бит, миңә кәрәкмәй ул. Мине халыҡ былай ҙа белә. Шул, ниңә союзда түгелһең, тигәнгә генә килдем. Теге юлы улдарыма шиғырҙарымды уҡығайным, әсәй, тиҙәр, бында һинең ижадты аңлаған кеше һирәк, һин лутсы яҙыусылар ойошмаһына бар, тиҙәр. Әйткәндәре хаҡ. Ижадты барыһы ла аңлай алмай. Бөтәһе лә яҙыша алмай. Хоҙай биргән һәләт бит ул...
Рәйес тағы көрһөндө. Нисек тә булһа ла йомшаҡ ҡына итеп “отказ” бирергә кәрәк:
– Апай, һеҙгә нисә йәш ул?
– Етмеш бишем тула.
– Бына һеҙ Союзға индегеҙ, ти, әҙәбиәткә ниндәй яңылыҡ керетә алаһығыҙ? Сөнки беҙ хәҙер күберәк йәштәр менән эшләргә тырышабыҙ, киләсәк уларға ҡала бит.
– Йәштәр-йәштәр инде. Уларҙа минең кеүек тормош тәжрибәһе юҡ. Әсеһен-сөсөһөн татығандары булмаған. Ә мин инде – өлгөрөп еткән яҙыусы. Бик һирәк яҙыусылар егерме ете китап менән маҡтана ала.
– Ҡарағыҙ апай, былай итәйек, – тине сабырлығы тамамланған рәйес, – ни өсөн дәүләт нәшриәтендә китабығыҙҙы сығармағандарын, журналда әҫәр­ҙәрегеҙҙе баҫтырмағандарын белмәйем, шуға ла, әйҙә, тәүҙә, ижад емештәрегеҙҙе секция ултырышында тикшерәйек. Шунан артабан ҡарарбыҙ...
Был һүҙҙәрҙе ишеткән ҡатын башын болғап:
– Йоҡ-йоҡ-йоҡ, – тине. – Берҙе тикшерҙеләр. Йөҙөмдән көлдөләр. Мыҫҡыл итеп сығарҙылар. Бөтәһе лә рәхәтләнеп уҡыған әҫәрҙәремде өйрәнсек кимәленә төшөрҙөләр. Минән бәләкәй, тормош тәжрибәләре лә булмаған “яҙыусылар”, - тип һауала “тырнаҡ”тар күрһәтте, - аҡыл өйрәткәнен тыңлап ултырырға йыйынмайым. Минең ижадты бөтәһе лә аңлап етә алмай. Уның өсөн тәрән аҡыллы, киң ҡарашлы булырға кәрәк...
– Шунһыҙ булмай, апай, – тине ҡатыраҡ итеп рәйес.
Ҡатындың кәйефе шунда уҡ ҡырылды. Ниҙер әйтәм тип ауыҙын асты ла, кире япты. Бер нисә секундҡа уйға батты ла, кире дәртләнеп урынынан ырғып торҙо:
– Э-эй, онотоп ултырам! Күстәнәс алып килдем бит!
Шул арала ҡатын ике сумаҙанын асып, өҫтәлгә һөт, ҡаймаҡ, ҡаҙ ите, тауыҡ ите теҙҙе.
– Бына был түбәтәй һеҙҙең ирегеҙгә. Был уйынсыҡ ҡыҙығыҙға. Быларын коллегаларығыҙға минән тип тапшырырһығыҙ , – тип рәйестең алдына өйә башланы.
– Апай, етер! Кире әйберҙәрегеҙҙе йыйығыҙ. Беҙ күстәнәс алмайбыҙ, рәхмәт, – тине уҫалыраҡ булырға тырышып.
Ҡатын күпме юхалаһа ла, рәйес үҙенекендә ныҡ торғас, күстәнәстәрен кире сумаҙанына йыйып алды. Шунан күңелһеҙ генә кире урынына ултырҙы ла ҡапыл илай башланы:
– Минең бит бабай ҡаты ауырый, – тине ул аптырап ҡалған рәйескә йәшле күҙҙәрен төбәп. – Ауыр шул уны ҡарау. Яҙыусылар союзына инһәм, исмаһам, әүрәп йөрөр инем, тип уйлаған булғайным...
– Уныһы бик йәл, апай. Тик туғандарының хәленә ҡарап, профессиональ ойошмаға кешеләрҙе алмайбыҙ. Мин һеҙгә секция ултырышын тәҡдим иттем, баш тарттығыҙ. Шуға башҡаса әмәл юҡ. Ижадығыҙҙы ташламағыҙ, яҙышығыҙ, – тине йомшағыраҡ булырға тырышып.
Ҡатындың күҙ йәштәре шып туҡтаны.
– Бында ла шулай икән, бер балыҡ башы, – тине ул сумаҙанына китаптарын һалып. – Ярай-ярай. Иң мөһиме – ижадым, Хоҙай биргән һәләтем бар. Кеше әйткәнгә генә килгәйнем. Ойошмағыҙ кәрәк тә түгел. Мине халыҡ былай ҙа белә, – тип ишекте шарт ябып сығып китте сираттағы “яҙыусы”.

С. Мортаева.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас