+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
26 Ғинуар 2022, 16:00

Ни өсөн вакцинаны "Спутник М" тип атанылар?

Башҡортостанға 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙе прививкалау өсөн көтөп алынған “Спутник М” вакцинаһы килтерелде.  Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эксперттары яңы вакцина, уның составы  тураһындағы  мәғлүмәттәр менән  уҡыусыларыбыҙҙы таныштырмаҡсы.  

Ни өсөн вакцинаны "Спутник М" тип атанылар?
Ни өсөн вакцинаны "Спутник М" тип атанылар?

“Спутник М” –  тәьҫирлеге күптән иҫбатланған, электән билдәле, биш тапҡыр шыйыҡлатылған  яҡшы вакцина, тип иҫәпләй белгестәр. Унда тере һәм үрсеүгә һәләтле булған вирус өлөшсәләре юҡ. Вектор вакцинаһы бына нисек эшләнә: ғалимдар яҡшы өйрәнелгән вирусты алып, артабан үрсемәһен өсөн “таҙартып”, бушаған урынға вирустың “запчастарын” ҡуя. Бындай технологиялар күптән эшләп килә, байтаҡ вакциналар тап шулай етештерелә лә инде. “Спутник V” вакцинаһында кешелә “һалҡын тейеүҙе “ тыуҙыра торған аденовирус файҙаланыла.

 Балалар вакцинаһына йәйҙән алып Мәскәүҙәге ике клиникала һынау үткәрҙеләр. Беренсе һәм икенсе этапта 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге йөҙ ирекмән ҡатнашты. Уларға  стационар шарттарында өс аҙна интервал менән ике тапҡыр вакцина индерелде.  Һөҙөмтәлә табиптар 1/5 дозировкаһында туҡталды.  Өсөнсө этап Мәскәүҙең 12 клиникаһында үткәрелә. Унда 3 000 үҫмер ҡатнаша, 2 400 балаға – вакцина, 600-өнә плацебо  ҡаҙайҙар. Нигеҙҙә үҫмерҙәр вакцинаны яҡшы үткәрә, бер генә кире яғы асыҡлана – температураның 37,4 градусҡа тиклем күтәрелеүе.  Һирәк осраҡтарҙа укол урыны һыҙлаған, баш ауыртҡан, ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеге боҙолған. Ике-өс көндә был билдәләр юҡҡа сыҡҡан.  Вакцина хәүефһеҙ, тәьҫирлеге 93 процентҡа яҡын. Ябайлаштырып әйткәндә, ун үҫмерҙең туғыҙында  коронавирустан һаҡлаусы антиесемдәр барлыҡҡа килә.

Үҫмерҙәргә вакцина яһатыу ирекле. Бары ата-әсәләрҙең ризалығы менән прививка яһатыласаҡ. 15 йәштән һуң балалар вакцина яһатыуҙы үҙҙәре хәл итә ала. Прививканы ике тапҡыр ҡаҙаясаҡтар. Әлегә уны бары йәшәү урыны буйынса поликлиникаларҙа  табип күҙәтеүе аҫтында алырға мөмкин.  Тәү сиратта хроник ауырыуҙарҙан яфаланған балаларға прививка яһатыласаҡ.

Донъяның ҡырҡлаған илендә балаларға вакцина яһау дауам итә. Америкала үҫмерҙәрҙең яртыһынан күберәгенә прививка эшләнгән. Ҡытайҙа  балаларға өс йәштән алып  вакцина яһайҙар, йөҙ миллиондан ашыу бала прививка алған да инде. Вакцина яһатмау өсөн күрһәтмәләр ҙә бар. Препарат компоненттарына аллергия булғанда, һалҡын тейгәндә һәм башҡа сирҙәр менән ауырығанда вакцина яһатырға ярамай.  Хроник сирҙәр булғанда  прививка алдынан  табип менән кәңәшләшеү мотлаҡ.

12 йәшкә тиклемге балалар өсөн әлегә вакцина юҡ. Был йүнәлештә эш башланып тора. Тикшеренеүҙәр 2023 йылдың 31 декабренә тиклем дауам итәсәк.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Динә АРЫҪЛАНОВА.

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-01-25/sputnik-m-vaktsina-y-nind-y-ul-2667787

 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: