-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
14 Февраль 2022, 14:00

Ҡабығы ла файҙалы, ти

Һуғандың ҡабығын да ташламай, файҙаланған уңған хужабикәләр бар. Сәсте нығытыусы сара булараҡ та, ергә яҡшы ашлама итеп тә ҡулланыла ул.

Ҡабығы ла файҙалы, ти
Ҡабығы ла файҙалы, ти
Ә уның ҡаҡырыҡты сығарыусы, бәүел ҡыуыусы, микробтарға ҡаршы тороусы үҙенсәлеге барлығын, ҡан тамырҙарын нығытыу көсөнә эйә икәнлеген һәр кем белмәйҙер.
Ангина йонсотамы? Ул осраҡта һуған ҡабығына ҡайнар һыу ҡойоп, һөҙөп, һыуыта биреп, тамаҡты йыш-йыш сайҡатырға мөмкин.
Тымау ыҙалатамы? Ҡайнар һыуға һуған ҡабығын һалып, боҫрап торған быуына 3-5 минут танауҙы тотоу хәлде бермә-бер яҡшыртыр.
Йүткерәһегеҙме? Ике стакан һыуға ике аш ҡалағы һуған ҡабығын һалып ҡайнатырға, һөҙөргә. Йылы көйөнсә көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 30 минут алда стакандағы төнәтмәнең дүрттән бер өлөшөн эсергә.
Бөйөр йәки бәүел ҡыуығы ауыртамы? Өс ҡалаҡ ваҡланған ҡабыҡты ике стакан эҫе һыуҙа 30 минут төнәтеп эсергә була. Цистит булғанда,3-5 көн көнөнә икешәр тапҡыр 50 мл ҡабул итергә.
Ҡан тамырҙары, аяҡтарҙа йондоҙсоҡтар барлыҡҡа килһә... Ике ҡалаҡ ваҡланған ҡабыҡҡа 100 мл араҡы ҡойоп, ете көн ултыртып ҡуйырға. Һөҙөп алғас, көнөнә өс тапҡыр ашарҙан 30 минут алда эсергә.Шулай ете-ун көн дауаланырға.
Әлбиттә, һәр дауаланыу алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ. Сәләмәт булығыҙ!
 
Фото:lenskmed.ru
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2021-02-02/u-andy-aby-y-la-fay-aly-1208687
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: