+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
22 Февраль 2022, 16:00

Күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Кеҫә телефоны күҙҙәрҙе боҙамы? Әлбиттә – боҙа. Айырыуса бөгөнгө көндә, сөнки һәр кем телефонын интернетҡа тоташтырған. Офтальмологтар күҙҙе саҡ ҡына булһа ла һаҡлар өсөн был йәһәттән бер нисә кәңәш бирә:

Күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Күҙҙәрегеҙҙе һаҡлағыҙ!

* Телефонға ҡарағанда күҙҙәрҙе йыш-йыш йомоп алырға тырышығыҙ, сөнки күҙ ҡабаҡтарының кибеүе күреү һәләтен кәметә.

* Уҡығанда, кино ҡарағанда 20 минут һайын ситкә ҡарап алырға ла онотмағыҙ.

* Күҙҙәр өсөн иң насары – төнөн бик яҡты яҡтыртыусы экран. Шулай булғас, ҡараңғыла телефон менән бик мауыҡмаһағыҙ һәйбәт булыр ине.

* Ундағы яҙыуҙар эре хәрефтәр менән булһа, бигерәк тә яҡшы.

* Телефон менән күҙ араһында ара 40 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш.

Фото: reddparts.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: