-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Хәтерҙе яҡшыртабыҙ

Тиҙҙән уҡыу йылы ла тамамланып, балаларҙың сығарылыш контроль эштәре, имтихандар башланыр мәл дә етә. Был яуаплы мәлгә бергәләп ғаилә менән әҙерләнәһегеҙҙер, эйеме? Бына һеҙгә бер нисә шәп кәңәш.

Хәтерҙе яҡшыртабыҙ
Хәтерҙе яҡшыртабыҙ
Хәтер, тигән төшөнсә бик актуаль булмаҡсы. Баҡтиһәң, ҡайһы бер ризыҡтар ҙа уны яҡшыртыуҙа ҙур роль уйнай. Әллә ҡайҙа йөрөмәй, һыуытҡыста йә баҙҙа һаҡланған кишерҙе ашарға кәрәк. Ул баш мейеһендәге матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Нимә лә булһа ятлар алдынан кишерҙе ҡырып көнбағыш майы менән бутап ашап ебәрһәң, бар һөйләмдәр ҙә иҫегеҙҙә ҡалыр. Хәҙер бар ерҙә лә ананасты алырға була, әгәр ҙә берәй күләмле әйберҙе ятларға кәрәк икән, көн һайын бер стакан ананас һуты эсһәң дә шәп булыр. Уны бит хатта артист, йырсылар ҙа хәтерҙе яҡшыртыу өсөн ҡуллана, имеш.
Имтихандар ваҡытында сәтләүек, кәбеҫтә ашау файҙалы. Креветкалар иғтибарҙы көсәйтә. Инжир емеше яңы асыштар яһарға ярҙам итер, ә һуған баш мейеһендәге ҡан йөрөшөн яҡшырта, арығанлыҡты баҫа. Тиҙ арала ғына сит телде өйрәнергә теләүселәр күп итеп лимон ашаһа, ундағы С витамины мәғлүмәтте еңелерәк үҙләштерергә ярҙам итә.Бына шундай кәңәштәр.
 
Фото: oxanazubkova.com
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: