+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йоҡоң туймаһа, тиҙерәк ҡартайырһың

Планеталағы халыҡтарҙың 30 проценты йоҡоһоҙлоҡтан интегә. Насар йоҡлау, йоҡо туймау күп етди ауырыуҙарға килтерә, ти белгестәр.

Йоҡоң туймаһа, тиҙерәк ҡартайырһың
Йоҡоң туймаһа, тиҙерәк ҡартайырһың
«Мейе, ағза булараҡ, күҙәнәктәрҙән, нейрондарҙан тора. Йоҡо туймау эске көсөргәнеш кеүек күренешкә килтерә, йәғни нервы күҙәнәктәренең дөрөҫ эшләүенә һәм хәтер, иғтибарлылыҡ кеүек башҡа функцияларына тәьҫир итә», – тип белдерә психология фәндәре кандидаты, йоҡо белгесе Алексей Мелехин.
Һөҙөмтәлә, баш мейеһе иртә ҡартая башлай. Был осраҡта яңы күҙәнәктәр һәм яңы бәйләнештәр барлыҡҡа килеү тиҙлеге яйлана. Йоҡо туймауҙан кеше эмоцияға бирелеүсән, тиҙ ҡыҙыусан йәки илаусанға әйләнә.
Һәйбәт йоҡлар өсөн нимә эшләргә һуң? Белгестәр сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, физкультура менән шөғөлләнергә, саф һауала күберәк йөрөргә кәңәш бирә.
 
Фото: https://rg.ru/search/ сайтынан.
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: