Әлеге мәл баҡсаларҙа һәм магазин кәштәләрендә еләк пәйҙә булды. Барыһынан да элек, аллергияға дусар булыусыларға еләктән тыйылырға кәрәк. Ул көслө аллерген булып тора. Шуға күрә уны йөклө ҡатындар, бала имеҙеүсе әсәйҙәр рационына индерергә кәңәш итмәйҙәр. Өҙлөгөүҙе булдырмаҫ өсөн аллергия менән бәйле беренсе билдәләр хаҡында иҫтә тоторға тырышығыҙ, улар – тән тиреһендә килеп сыҡҡан тимгелдәр, ауыҙ ҡыуышлығы шеше, тымау һәм сөскөрөү. Һау булайыҡ!
Фото: topcvet.ru