+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йәшлек сере - еләктә

АҠШ-тың һәм Рәсәйҙең табип-диетологтары ҡартайыуҙы яйлатыусы һәм йәш күренеүҙе оҙайтыусы еләктәр исемен атаны. Улар араһына ҡара көртмәле менән ер еләге лә ингән.

Йәшлек сере - еләктә
Йәшлек сере - еләктә
Техастағы Хоган Бендың спорт медицинаһы үҙәге диетологы Эми Гудсон әйтеүенсә, бөтә еләктәрҙең дә файҙаһы бар, сөнки уларҙа көслө антиоксидант булған витаминдар һәм флавоноидтар күп. Был иһә кешенең организмын йәшәртә, ҡайтмалы ауырыуҙарҙан һаҡлап, ғүмер оҙонлоғон арттыра.
Эми Гудсон ҡара көртмәлене иң файҙалы еләктәрҙең береһе тип иҫәпләй. Nutrients журналы яҙыуынса, бында күҙәнәктәрҙең ҡартайыуын яйлатыусы полифенолдар бар. Табип-диетолог был еләкте бутҡаларға, йогурттарға ҡушырға тәҡдим итә, үҙен генә ашарға ла була.
Рәсәй табип-диетологы Ольга Кораблёва ер еләгенә иғтибарын бүлгән. Уның билдәләүенсә, яңы ғына йыйып алынған еләктәр С витаминына бай. Көслө антиоксидант булараҡ, организмдың ҡартайыуын туҡтата, тимерҙе үҙләштереүҙе яҡшырта, иммунитет өсөн бик тә мөһим. Уны туңдырмаҫҡа, һатып алған йәки йыйған көндө үк ашарға кәңәш итә табип-диетолог.
 
Фото: https://sterlegrad.ru .
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: