+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тоҙо ла, майы ла кәрәк

Табип һәм диетологтар беҙгә аҙым һайын баллы, тоҙло, майлы ризыҡтарҙы күп ашау зыянлы икәнен иҫкәртеп тора.

Тоҙо ла, майы ла кәрәк
Тоҙо ла, майы ла кәрәк

Тоҙ менән шәкәрҙе күпме ашау зыянлы һуң? Тоҙҙо тәүлегенә өс грамдан артыҡ ҡулланыу зыянлы – был яҡынса бер балғалаҡ тиерлек. Ҡан баҫымы юғары булғандарға быға айырыуса иғтибар итергә кәрәк.
Һау-сәләмәт кешегә тоҙҙо тәүлегенә алты грамға тиклем еткерергә мөмкин. Шәкәрҙе көнөнә 50 – 60 грамм ғына ҡулланыу сәләмәтлек өсөн зыянһыҙ. Был 10 – 12 шаҡмаҡ шәкәр йәки шул ҡәҙәр үк сәй ҡалағы шәкәр ҡомона тиң. Урта йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарға көнөнә – 65, ирҙәргә 80 грамм май ашарға ярай. Быға барлыҡ майҙар – файҙалы үҫемлек майҙары ла, мал майҙары ла инә. Һыйыр майының сәләмәтлеккә зыянһыҙ тәүлеклек нормаһы 20 – 25 грамм ғына.

https://bash.bashgazet.ru/zdorove-vsem/31019-too-la-mayy-la-krk.html

Фото: domovoda.club

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: