+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡояштан һаҡлаусы кремдар

Йәй көнө ҡояштан һаҡлаусы SPF-фильтрлы кремдар бик мөһим. Мөмкин тиклем күберәк файҙа алыу өсөн уларҙы нисек дөрөҫ ҡуланырға.

Ҡояштан һаҡлаусы кремдар
Ҡояштан һаҡлаусы кремдар

Тәү сиратта, ниндәйен һайларға икәнлеген аңларға кәрәк:

SPF 10 – 90 проценттан кәмерәк нурҙарҙан һаҡлай; SPF 15 – 93%, SPF 30 – 97%, SPF 50 – 98%, SPF 100 – 99%.

Иң киң таралған SPF-фильтрлы кремдар – физик фильтры булғандары, йәғни минераллы. Улар нурҙарҙы кире сағылдырыусы экран булдыралар. Әлеге төркөмгә ингән кершәндәрҙе һиҙгер тире өсөн дә ҡулланырға мөмкин.

Тағы ла бер төркөм – химик фильтрлылар. Бындай саралар ультрашәмәхә нурҙарҙы йота. Уларҙың составында термаль һыу, глицерин, Е витамины булырға мөмкин.

Фото: sankt-peterburg.skidkom.ru

 

“Өмет” гәзитенән.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: