+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Симешкә яратаһығыҙмы?

“Көнбағышты күп ашаһаң, тештәр боҙола”, тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Ә бына белгестәр симешкәнең бик күп файҙалы яғын тапҡан. Әлбиттә, уны дөрөҫ итеп ҡулланғанда.

Симешкә яратаһығыҙмы?
Симешкә яратаһығыҙмы?

Көнбағыш эсәктәр эшсәнлеген көйләй;

-ҡыҙҙырылмағанын сиртһәң, яралар тиҙерәк төҙәлә. Ундайында витаминдар күберәк була;

-инфекциялы ауырыу үткәргәндән һуң  көнбағыш ашау файҙалы, ул иммунитетты нығыта;

-миокард инфаркты, йөрәк-ҡан тамырҙары, бауыр ауырыуҙары, атеросклероз ваҡытында рационға көнбағыш орлоҡтарын индереү тәҡдим ителә, сөнки ул организмға ыңғай йоғонто яһаясаҡ.

-симешкә сиртеү процессы нервыларҙы тынысландыра, проблемаларҙы онотоп торорға мөмкинлек бирә.

Әгәр ҙә көнбағыш ҡыҙҙырғанда, бер аҙ көйөп киткән икән, сәләмәтлегегеҙгә зыян килтерергә мөмкин. Айырыуса ашҡаҙан ауырыуҙары булған кешеләр өсөн был хәүефле. Һәм, әлбиттә, көнбағышты ҡабығынан ҡул менән арындырыу тештәрегеҙҙе һаҡлауҙа ҙур ярҙам буласаҡ.

Фото: ВКонтакте

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: