+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
4 Август 2022, 12:00

Татлы сейә

Сейәне кем генә яратмай икән. Һутлы, баллы ҡыҙыл емештәрҙе күреүгә, береһен генә булһа ла ауыҙға алып, тәмен татып ҡарайһы килә.

Татлы сейә
Татлы сейә

Татлы сейәлә тимер күп. Шуға күрә ул гемоглобинды нормала тоторға булышлыҡ итә. Табиптар әйтеүенсә, һәр көндө татлы сейә ашаһаң, ҡатын-ҡыҙҙарҙа була торған сирҙәрҙән һаҡланырға мөмкин. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары булғандарға ла был тәмлекәсте ашарға тәҡдим итәләр. Организмда елһенеү урындары булһа, сейә емеше уның ауыртыуын баҫасаҡ. Был емештә шулай уҡ витаминдар, макро-микроэлементтар күп. Әммә шәкәр сире менән ауырыусыларға татлы сейәне ҡулланыу тыйыла.

Фото: vlavkav.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: