-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
13 Август 2022, 10:00

Бөтнөктө сәйгә һалһаң...

Был үҫемлектә (мята водяная) булған ментол тураһында һәр телерекламала тиерлек ишетеп торабыҙ

Бөтнөктө сәйгә һалһаң...
Бөтнөктө сәйгә һалһаң...

Күптәр уның игеҙәге — борос бөтнөгөн (мята перечная) баҡсала сәсеп үҫтерә. Шул сәбәпле һыу буйҙарында үҫкән, әллә ни иғтибарҙы йәлеп итеп бармаған бөтнөк онотолоп ҡала. Уны таныу өсөн япрағын бармаҡ менән ыуып ҡарау ҙа етә — таныш еҫ танауығыҙға бәреп керер.
Бөтнөк – бик көслө дарыу үләне, уны күпләп ҡулланып булмай. Ниндәй генә сирҙәрҙән шифа түгел икән ул?! Әммә организмдың сирҙәргә ҡаршы тороу көсөн нығытыу өсөн уны семтемләп кенә сәйгә һалыу ҙа етә. Бына һеҙгә хуш еҫле эсемлек тә, дарыу ҙа, шуға күрә мин бөтнөктө күпләп йыймайым, ҡыш буйына бер услам үлән дә етә. Уны махсус үҫтерергә лә кәрәкмәй — үҙен һыу буйҙарында гел табырға мөмкин.
Япрағынан ментол алыу өсөн бөтнөктө махсус плантацияларҙа үҫтерәләр. Ә беҙгә уны әйләнә-тирәбеҙҙәге тәбиғәт бүләк итә.

Фото: lekartrav.ru

https://bash.bashgazet.ru/mohit/27281-btnkt-syg-ala.html

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: