+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
24 Август 2022, 14:00

Әле булһа тешләшәләр...

Уҙған аҙналарҙа 9428 кешене талпан тешләгән. Уларҙың 3159-ы балалар. Шул кәҙәр кеше медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән.

Әле булһа тешләшәләр...
Әле булһа тешләшәләр...

Йыл башынан талпан энцефалитынан 30 меңдән ашыу кеше вакцина ҡаҙатҡан. Тағы ла 36 мең кешегә вакцина яһатыу планлаштырыла. Ул талпандан ҡотлоуҙың төп сараһы булып тора.

Тәнгә талпан ҡаҙалған осраҡта, ти белгестәр, уны ауыҙы тирәһенәнерәк пинцет менән эләктереп, ҡаҙалған урынға перпендикуляр тотоп, бороп алырға кәрәк. Тешләнгән урынға спирт, йод, одеколон һөртөп ҡуйырға кәңәш итәләр. Ғәҙәттә, талпандар яҙ көнө активлашып ала ине. Ни сәбәптәндер, быйыл улар йәй аҙағында ла тынғы бирмәй, хәүеф тыуҙыра. Сысҡандар ҙа йоҡламай! Һаҡ булайыҡ, дуҫтар!

Фото: вести35.рф

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: