+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
29 Август 2022, 11:00

Ҡауын орлоғон ташларға ашыҡмағыҙ!

Ҡауындың орлоҡтары ла бик файҙалы икәнлеген белә инегеҙме?  Мәлендә ҡарбуз менән ҡауынды ашап ҡалырға кәрәк. Улар һаулыҡ өсөн файҙалы, рганизмды шлактарҙан һәм токсиндарҙан таҙарта.

Ҡауын орлоғон ташларға ашыҡмағыҙ!
Ҡауын орлоғон ташларға ашыҡмағыҙ!

Ҡауында серотонин (бәхет гормоны) бүленеп сығыуға ярҙам итеүсе матдә бар. Шуға ла уны ашағас кәйеф күтәрелә. Ул шулай уҡ имунитетты нығыта, матдәләр алмашын яҡшырта, баш мейе эшсәнлеген арттыра, хроник ялҡынһыныулы ауырыуға ҡаршы көрәшә.

Ә бына уның орлоҡтарын бөйөр ташы ауырыуынан дауалау өсөн ҡулланалар. Киптереп, он итеп тарттырылған ҡауын орлоҡтарын ҡайнаған һалҡын һыуға һалып болғатығыҙ. Эсемлекте һөҙөп, көнөнә 2 – 3 тапҡыр яртышар стакан ҡабул итегеҙ.

Сәләмәт булығыҙ!

Фото: Яндекс Дзен

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: