+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
29 Август 2022, 17:00

Көн дә алма ашағыҙ!

Алма тәмле аҙыҡ ҡына түгел, ҡайһы бер ауырыуҙарға ҡаршы яҡшы дауалау-иҫкәртеү емеше лә.

Көн дә алма ашағыҙ!
Көн дә алма ашағыҙ!
Халыҡ медицинаһында шешенгәндә, склероз менән яфаланғанда, бөйөрҙәрҙә таш булғанда, һимергәндә, яралар оҙаҡ төҙәлмәгәндә даими рәүештә уны ашарға тәҡдим ителә.
Алмалағы пектиндар матдәләр алмашыныуына, организмдағы ауыр металдарҙың тоҙҙарын, радионуклеидтарҙы сығарырға ярҙам итә. Унда 11 төр витамин бар. Ә Башҡорт­останда үҫтерелгәндәрендә С витамины күберәк.
Алма ашау ҡандағы холестеринды кәметә, атеросклероздан һаҡлай. Был емеш шулай уҡ эсәктәрҙәге микрофлораны яҡшыртып, насар үҙләштерелеүсе аҙыҡты тарҡатыуҙа ярҙам итә.
Алманың организм өсөн ни тиклем кәрәкле икәнен хәҙер белдегеҙ ин­де. Әйҙәгеҙ, файҙаһын күрәйек.
 
 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: