-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
2 Сентябрь 2022, 14:00

Ҡыяр бөйөрҙәге ташты сығара

Беҙгә яҡшы таныш булған ҡыяр бихисап ауырыуҙарға ҡаршы яҡшы сара икән. Әммә уны дөрөҫ итеп ҡулланыу кәрәк.

Ҡыяр бөйөрҙәге ташты сығара
Ҡыяр бөйөрҙәге ташты сығара

Боронғо Римда был йәшелсәне көн дә ашағандар, уның организмды шлактар һәм токсиндарҙан таҙартыуын шул замандарҙа уҡ белгәндәр. Бөгөн иһә ҡыярҙы күберәк артыҡ килограммдарҙан ҡотолорға теләүселәргә кәңәш итәләр. Әммә был йәшелсәнең бик күп файҙалы башҡа сифаттары ла бар.

Ҡыяр 95 процент һыуҙан тора, шуға ла уның калориялығы бик түбән. Бынан тыш, әлеге йәшелсәлә тартрон кислотаһы бар, ә ул организмда май тупланыуҙы киҫәтеү һәләтенә эйә. Бына шуның өсөн дә зифа буй-һын тураһында хыялланыусыларға ҡыярҙы көн дә ашау тәҡдим ителә. Диетологтар йәшелсәне ҡабығы менән ашарға өндәй, сөнки нәҡ тышында К, А, В, С витаминдары, шулай уҡ тимер, калий, фосфор, баҡыр һәм магний күп туплана. Организмда шәкәр һәм холестерин күләмен кәметә, ҡан составын яҡшырта. Ыңғай һөҙөмтәгә ирешәм, тиһәң йәшелсәне көн да ҡулланыу зарур.

Бынан тыш, ҡыяр тән тиреһен шымарта, апатия һәм депрессияға ҡаршы тороу һәләтен арттыра, ҡан баҫымын һәм йөрәк ритмын нормаға килтерә. Әлеге йәшелсәнең тағы ла бер яҡшы яғы – ул хатта бөйөрҙәге ваҡ таштарҙан ҡотолорға ярҙам итә!

Фото: eda-land.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: