+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
5 Сентябрь 2022, 14:00

Әсәһен лейкемиянан ҡотҡара

Ҡытайҙың көнсығышындағы Аньхой провинцияһында йәшәүсе 10 йәшлек Цао Сюаньи 30 тапҡыр ҡан тапшырған һәм лейкемия менән ауырыусы әсәһен ҡотҡарыр өсөн операция кисергән.

Әсәһен лейкемиянан ҡотҡара
Әсәһен лейкемиянан ҡотҡара

Ҡан анализы ғаиләләге барлыҡ туғандары араһында бары тик Сюаньиҙың ғына әсәһе өсөн донор була алыу мөмкинлеген күрһәткән. Үҫмер операцияға быйыл март айынан алып әҙерләнгән. Шул ваҡыт эсендә табиптар донор һәм пациенттың һөйәк мейе туҡымаларының үҙ-ара тура килеүен тикшереү өсөн малай 30 тапҡыр ҡан анализы тапшырған. Әллә нисә ҡатмарлы укол кисерә.

Трансплантациялау көнөндә, уға препараттың һуңғыһын ҡаҙағандар. “Был уколды яһағанда көслө ауыртыу тойманым, сөнки мин әсәйемде ҡотҡара алыуыма сикһеҙ шат инем”, – ти Сюаньи.

Әсәһен дауалаусы табип әйтеүенсә, киләһе этап ҡатындың организмының ҡан күҙәнәктәрен етештереү мөмкинлеген тергеҙеүгә йүнәлтелә. Ә 10 йәшлек кенә Сюаньдың шундай аңлы һәм аҡыллы дөрөҫ фекерле булыуы һоҡланыуға һәм хөрмәткә лайыҡ.

Фото: https://knife.media/loving-son/

https://omet-rb.com/articles/d-nyada-nil-r-bar/2022-09-02/10-yashlek-malay-nisen-leykemiyad-n-kotkara-2932155

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: