+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
6 Сентябрь 2022, 12:00

Организмға нимә етмәй икән?

Нимәлер ашағы килеүенә ҡарап, организмға ниндәй витаминдар етешмәүен асыҡлап була.

Организмға нимә етмәй икән?
Организмға нимә етмәй икән?

Шоколад ашайһығыҙ килә икән, магний етешмәй. Уны киптерелмәгән көнбағыш орлоғонда, сәтләүектәрҙә, бананда һәм ҡарабойҙайҙа табырға була.

Тоҙло балыҡ – һеҙҙә хлоридтар менән бәйле проблема. Уны кәзә һөтө, балыҡ, диңгеҙ тоҙо ҡулланып сисергә мөмкин.

Лимон талап итәһегеҙ икән, организмда С витамины һәм калий тоҙҙарына ҡытлыҡ.

Әгәр ҙә гел ҡамыр ризыҡтарына тарта икән, үҙегеҙҙәге азот запасы тураһында уйланырға ваҡыт. Уны протеинға бай ризыҡтарҙа: ит, балыҡ, ҡуҙаҡлыларҙа, сәтләүектә эҙләгеҙ.

Гел генә ашайһы килеп тороу ҙа, организмға кремний (сәтләүек, көнбағышта күп), триптофан (бауырҙа, һарыҡ итендә, йөҙөм емешендә, шпинатта) тирозин (ҡуйы һары, йәшел, ҡыҙыл емештәрҙә һәм С витаминына бай йәшелсәләрҙә) етешмәй.

Бер нәмәгә лә иҫегеҙ китмәй икән, был да витаминдар етешмәү билдәһе. Тимәк, организмға В1, В2 һәм марганец талап ителә.

Фото: ru.freepik.com

"Кызыл таң" гәзитенән.

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: