+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
7 Сентябрь 2022, 17:00

Шәхси клиникала нисек бушлай дауаланып була?

Шәхси клиникаларҙа бушлай дауаланыу мөмкинлеге хаҡында Санкт-Петербург дәүләт университетының һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу һәм медицина хоҡуғы кафедраһы мөдире Игорь Акулин был хаҡта “Прайм” сайтында әйткән.

Шәхси клиникала нисек бушлай дауаланып була?
Шәхси клиникала нисек бушлай дауаланып була?

Рәсәйҙә йәшәүселәр мәжбүри медицина (ОМС) полисы менән шәхси клиникаға мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн клиника Медицина ярҙамын түләүһеҙ күрһәтеүҙе гарантиялауҙың территориаль программаһына индерелгән булырға тейеш. Медицина ойошмаһының ғариза биреү ваҡыты йыл һайын 1 ноябргә тиклем дауам итә.

Клиника ОМС буйынса күрһәткән хеҙмәттәр ойошманың сайтында, шулай уҡ төбәктең Мәжбүри медицина учреждениеһының территориаль фонды ТФОМС сайты аша ҡарап була. Дауаланыу өсөн йәшәгән ерегеҙҙең поликлиникаһынан юллама кәрәк, тип аңлата Акулин.

Фото: PIXABAY.COM

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: