-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
16 Сентябрь 2022, 10:00

Анар

Анар (гранат) менән дауаланыу ысулдары борон-борондан билдәле. XIII – XIV быуаттарҙа йәшәгән күренекле Ислам ғалимы Ибн Ҡаййим әл-Жәүзиәнең (Аллаһ уға рәхимле булһын) “Пәйғәмбәр медицинаһы” китабында былай тиелгән: “Анар ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй, йүткеректе, тамаҡ төбө һәм үпкә сирҙәрен дауалауҙа файҙалы, шулай уҡ башҡа өҫтөнлөктәре күп”.

Анар
Анар

Анар емешенең һуты В һәм С витаминдарына, антиоксиданттарға бай. Йәнә ундағы полифенол йәшел сәйҙәгегә ҡарағанда өс тапҡырға күберәк икән. Билдәле булыуынса, полифенолдар ҡеүәтле антиоксидант тип һанала, уларҙы яман шештән һәм йөрәк сирҙәренән һаҡланыу өсөн ҡулланалар. Американың кардиологияға арналған абруйлы бер журналында баҫылған мәҡәләлә әйтелеүенсә, ғалимдар үткәргән тәжрибә барышында көн һайын анар һуты эскән пациенттарҙың йөрәк эшмәкәрлеге һиҙелерлек яҡшырыуы асыҡланған.

 Фото: the-challenger.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: