+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
22 Сентябрь 2022, 15:00

Миләш

Миләшкә һоҡланмаған, уның шифалы сифаттарын белмәгән кеше юҡтыр. Уның бөйөрҙәр, бауыр ауыртҡанда, асцит, үпкә туберкулезы, коклюш, витаминдар етешмәүе, геморрой, склероз, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда, хатта ҡорһаҡта урынлашҡан яман шеш сирҙәрен дауалау һәләте хаҡында ҡулланмалар бихисап.

Миләш
Миләш

Дауа өсөн сәскәһен, емешен, ҡайырын, япраҡтарын ҡулланалар.

Әммә миләш һәр кемгә лә ярамай. Ҡан ойоуы, ойошоуы юғары булғанда миләш препараттарын ҡулланырға ҡушмайҙар. Юғары әселекле гастрит булғанда, емештәре менән һуты ярамай. Һуты әсеһә, шифаһы бөтә. Миләштең ауырға ҡалыуҙы тотҡарлау һәләте барлығын да оноторға ярамай.

(Рим Әхмәдовтың  “Үҫемлектәр – дуҫтар һәм дошмандар” китабынан).

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: