+11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Сәләмәтлек кәштәһе
8 Ноябрь 2022, 11:00

Көслө үлән

Дарыу үләндәре араһында төрлө микробтарға ҡаршы тороу сифаты йәһәтенән әремгә еткән үҫемлек юҡтыр. Ул хатта трихомонада, хламидия, герпес, лямблия, эхинококк кеүек үтә ҡурҡыныс инфекцияларҙы дауалау һәләтенә эйә. Әрем төнәтмәһе йоҡоһоҙлоҡтан арындыра, нервыларҙы тынысландыра, аш һеңдереү процесын көйләй, һимереүгә ҡаршы тора.

Көслө үләнКөслө үлән
Көслө үлән

Организмды таҙарта

Кипкән әремде ыуып, ошо массаның аҙ ғына (бер семтем) өлөшөн телгә һалып, артынса һыу эсергә мөмкин. Әрем менән дауаланыу курсы – 7 көн. Бер курсҡа 100 грамм кипкән үлән етә. Тәүге өс көндә 2-2,5 сәғәт һайын бер семтем кипкән әремде ауыҙға һалып, һыу ҡушып йоторға. Артабан 4 көн буйы көнөнә 5-6 тапҡыр шул уҡ күләмдә ҡулланырға кәрәк. Таҙарыныу процесында ҡайһы бер нәмәләрҙән баш тартырға тура киләсәк: ит, балыҡ, май, колбаса, һөт аҙыҡтары, йомортҡаны самалап ҡулланығыҙ, кондитер ризыҡтарынан баш тартып тороғоҙ. Иң яҡшыһы – йәшелсә, емеш-еләк, һурпа, һуттар. Тәмәке һәм спиртлы эсемлектәр ҙә тыйыла.

Фото: fermaspb.ru  

Автор:
Читайте нас