+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
23 Декабрь 2022, 13:00

Зыянлы бейәләйҙәр

Баҡтиһәң, бейәләйҙә лә бактериялар “ояларға” мөмкин икән. Бигерәк тә миҙел ауырыуҙары мәлендә туҡымаға бактериялар һәм вирустар “йәбешә”.

Зыянлы бейәләйҙәр
Зыянлы бейәләйҙәр

Шуға бейәләй һәм бирсәткәләрҙе һалғандан һуң ҡулдарҙы һәр ваҡыт яҡшылап йыуырға кәрәк. Уларҙы бит көн һайын таҙаһына алмаштырып кейеү мөмкин түгел, шуға берҙән-бер юл – ҡулдарҙы һабын менән йыуып йөрөү.

Эксперттар әйтеүенсә, ауырыу таралған ваҡытта телефон, асҡыс, аҡса янсығы кеүек үҙебеҙ менән бергә “урамға сыҡҡан” әйберҙәрҙе лә таҙаларға кәрәк. Шулай уҡ бирсәткә-бейәләй менән бит һәм күҙегеҙгә артыҡ теймәҫкә тырышығыҙ.

Фото: depositphotos.com

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: