+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
26 Декабрь 2022, 16:00

Дауа - тәҙрә төбөндә

Өйҙә үҫкән алоэ, каланхоэ, алтын мыйыҡ (золотой ус) кеүек гөлдәр өсөһө лә - күп сирҙәрҙе еңергә булышлыҡ итеүсе көслө тәбиғи стимулятор. Бер нисә осраҡты ҡарап үтәйек.

Дауа - тәҙрә төбөндә
Дауа - тәҙрә төбөндә

1. Һыуыҡ тейгәндә.

300 грамм алоэ япрағы, өс ҡалаҡ бал, өс ҡалаҡ медицина спирты алына. Алоэны ит турағыс аша үткәргәс, бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушып, яҡшылап бутайбыҙ. Ҡатнашманы көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан берәр балғалаҡ ҡулланырға кәрәк.

2. Тымау.

1:10 нисбәтендә яңы һығылған алоэ һутын ҡайнап һыуынған һыу менән ҡатнаштырабыҙ. Хәл яҡшырғансы танауға көнөнә ике-өс тапҡыр тамыҙабыҙ. Алтын мыйыҡ төнәтмәһе менән көнөнә өс-дүрт мәртәбә пипетка ярҙамында йыуҙырырға ла мөмкин.

3. Гайморит.

Тигеҙ күләмдә алынған алоэ һуты, сөйәл үләне төнәтмәһе, бал ҡатнашмаһын көнөнә өс-биш тапҡыр танауға тамыҙыу яҡшы һөҙөмтә бирә.

4. Йүткергәндә.

Ярты стакан алоэ һуты, өс ҡалаҡ бал һәм 50 грамм аҡ майҙы бергә буташтырабыҙ. Ҡатнашманы көнөнә ике тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ эсәбеҙ. Дауаланыу ваҡыты - бер аҙна.

5. Тамаҡ шешкәндә.

Каланхоэ һутын яртылаш һыу менән буташтырып, ауыртыу бөткәнсе тамаҡты сайыу ҙа яҡшы сара һанала.

6. Ҡолаҡ ауыртҡанда.

Каланхоэ һутын көнөнә өс-дүрт тапҡыр бер-икешәр тамсы тамыҙырға. Шулай уҡ алтын мыйыҡтың яңы һығылған һутын мамыҡҡа манып, 20 минутҡа ҡолаҡ эсенә ҡуйырға була. Был дауаны өс-дүрт көн ике-өсәр тапҡыр ҡабатларға.

7. Арпа сыҡҡанда.

Уртаса ҙурлыҡтағы алоэ япрағын ваҡлап, ҡайнап һыуынған һыуҙа алты-һигеҙ сәғәт төнәтергә лә һөҙөргә. Мамыҡҡа манылған төнәтмәне күҙгә ябырға.

8. Күҙ ҡабағы шешенгәндә.

Компьютерҙа күп эшләгәндән һуң, ғәҙәттә, күҙ һәм ҡабаҡтар ҡыҙара, борсой, ауырая. Бындай осраҡта ла каланхоэ һуты ярҙам итер - бер-ике тамсылап көнөнә өс-дүрт тапҡыр тамыҙырға.

9. Йәрәхәтләнгәндә.

Алоэ япрағын уртаға киҫеп яраға ябырға һәм пластырь менән беркетергә. Бер нисә сәғәттән яра бөтәшә лә башлар. Япраҡты алмаштырып тороу мотлаҡ. Йә булмаһа, зарарланған ергә каланхоэ һутын да тамыҙырға була. Шулай иткәндә лә йәрәхәтләнгән тире йәһәт уңала.

10. Янған осраҡта.

Алоэның аҫҡы япраҡтарынан һығылған һутты марляға һеңдереп, бешкән урынға ябырға мөмкин. Шулай уҡ ит турағыстан үткәрелгән 50 грамм каланхоэны бер нисә ҡатлы марляға төрөп, ауыртҡан урынға һалырға була. Япманы һәр 8-10 сәғәт һайын алмаштырырға онотмаҫҡа кәрәк. Каланхоэ һутын йомортҡаның ағы менән буташтырып, янған ергә һылау ҙа файҙалы.

Һәр дауалау сараһының кире яҡтары булыуы тураһында ла оноторға ярамай, бигерәк тә эскә ҡабул иткәндә. Шуның өсөн табип менән кәңәшләшергә онотмайбыҙ.

Фото: gadanie-da.ru

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-02-17/daua-t-r-t-b-nd-2697285

Автор:
Читайте нас: