+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
28 Декабрь 2022, 11:00

Көслө йүтәлдән компресс-көлсә

Әлеге рецепт менән файҙаланһағыҙ, йүтәлегеҙ төн эсендә юҡҡа сығыр. Кәрәк буласаҡ: 1 аш ҡашығы бал, 1 аш ҡашығы гәрсис порошогы, 1 аш ҡашығы аш һеркәһе (уксус), 1 аш ҡашығы көнбағыш майы, көлсәлек он.

Көслө йүтәлдән компресс-көлсә
Көслө йүтәлдән компресс-көлсә

Эш тәртибе:

Барлыҡ ингредиенттарҙы он менән бергә бутап, көлсә яһайбыҙ. Ике көлсә яһаһағыҙ, бигерәк тә яҡшы, сөнки уларҙы күкрәккә лә арҡаға ла ҡуйырға мөмкин буласаҡ. Көлсәләрҙе күкрәккә-арҡаға урынлаштырып, кизе-мамыҡ туҡыма йәки шәл менән урап ҡуябыҙ ҙа йоҡларға ятабыҙ. Иртәнгә йүтәлегеҙ һыпырып алғандай юҡҡа сығасаҡ.

Сәләмәт булайыҡ!

Фото: povarejki.ru

Автор:
Читайте нас: